Ҡыйбатлы һәм сифатлы13.09.2016
Волгоград ҡалаһында Рәсәйҙә һуңғы биш йылда төҙөлгән иң ҙур химия предприятиеһы сафҡа инде. Заводты төҙөү өсөн 150 миллиард һум аҡса тотонолдо.

Комплекс йылына 3,5 миллион тонна нефтте тәрәнәйтеп эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Гигант завод ни бары өс йылда төҙөлгән.
Хөкүмәт нефтселәрҙән ЕВРО-5 стандартына тап килгән бензин һәм дизель сығарыуға күсергә кәрәк тигән бурыс ҡуя. Әлбиттә, был ҙур сығымдар талап итә, әммә эш һөҙөмтәһе сифатлы. Мәҫәлән, Волгоградтағы яңы завод “ҡара алтын”ды эшкәрткәндә юғалтыуҙы өс тапҡырға кәметергә мөмкинлек биргән.
Әйтергә кәрәк, бындай ҡыйбатлы проекттар күп түгел. 2018 йылда Кстово ҡалаһында гудрон эшкәртеү буйынса яңы завод файҙаланыуға тапшыры­ласаҡ. Уны төҙөү 90 миллиард һумға төшәсәк.




Вернуться назад