Ир иткән дә – аҡса, ер иткән дә – аҡса13.09.2016
Баҙар ҡаршыһындағы туҡталышта бер ир гармун уйнай. Алдында ҡатырға ҡумта —үткән-һүткәне шунда ваҡ аҡса ырғыта. 5-6 йәшлек малай атаһының еңенән тарта:
– Атай, бир әле аҡса.
– Ниңә ул һиңә?
– Ана теге ағайға бирәм.
Атай кеше ниҙер уйлап алды ла:
– Юҡ, үҙеңә биргәнде һал! — тине.
Хәҙер инде малай уйға ҡалды. Гармун уйнаусыға хәйер ҙә биргеһе килә, үҙ аҡсаһы ла йәл. Шулай ҙа миһырбанлыҡ еңде — малайҙың һағыҙғамы, туңдырмағамы тигән аҡсаһы сылтырап тартмаға барып төштө...
...Педагогик эксперименттарҙы даими үткәрергә яратҡан танышым һөйләй: “Ҡайҙандыр уҡыным да былай эшләргә булдым. Хәҙер улыма һәр эше өсөн аҡса түләйем: иҙән йыуһа – 5, һауыт-һабаны йыйыштырһа – 5, “бишле” ала икән – 10, магазинға барып ҡайтһа – 5 һум. Башта барыһы ла яҡшы барҙы: беҙ ҡайтыуға өйҙә лә тәртип, уҡыуында ла алға китеш, ә үҙе “тағы нимә эшләйем” тип кенә тора. Бер мәл аҡса бөтөп китте. Улыма: “Һин яҙып бар, һуңынан түләрбеҙ”, — тип ҡарайым. Юҡ, ризалашмай. Эксперимент барып сыҡманы”.
Хәҙер психологтар, педагогтар, баланың кеҫә аҡсаһы булырға тейеш, шул саҡта ул үҙен ышаныслыраҡ тоя, ти. Шулайҙыр, заманаһы шундай бит, балаға ла кеҫә аҡсаһы кәрәктер. Әммә хеҙмәтенә хаҡ биреп, яҡшы билдәне “һатып алып”, баланы кем итеп тәрбиәләрбеҙ һуң?
Бынан бер нисә йыл элек туғандарым йортон эшләгәндә ярҙамсылар кәрәк булды. Былай ҙа гел эргәлә буталып йөрөгән 12-13 йәшлек малайҙарҙың икәүһен, көнөнә 70 һум түләп, эшкә ялланылар. Эштәре бигүк ауыр түгел, билдәле, ләкин хеҙмәт хаҡын да ике көнгә бер түләйҙәр. Малайҙарҙың кәүҙәлерәге тәүге ике көн өсөн аҡсаны алды ла башҡаса күренмәне. Икенсеһе иһә йәй буйына эшләне. Иң ҡыҙығы — көҙгә табан туғандарым янына яҡшы ғына кейенгән бер ир килде, ул теге малайҙың атаһы икән. Үҙе Себерҙә вахта буйынса эшләп йөрөй. “Малайға аҡсаны мин былай ҙа бирәм, — тине ул. — Тик һеҙҙә көс түгеп алғаны тәмлерәк тойолған уға, киләһе йылда ла эшләйем, тип тора. Бына ялға ҡайтҡас, күпме аҡса йыйғанын белдем дә тап шул ҡәҙәр үҙем дә өҫтәнем. Иртәгә компьютер алабыҙ”.
Шуныһы ҡыҙыҡ: эшләгәндә малай бер тапҡыр ҙа үҙенең хәлле ғаиләнән икәнен һиҙҙермәне. Урамдан үткән әбей-һәбей: “Улым, ниңә аҙапланаһың?” — тип уны йәлләй башлаһа, тиҙерәк эргәләренән “тайыу” яғын ҡарай ине.
Беҙ ҙә бала саҡта йәйге каникул мәлендә совхоз бригадирына барып эшкә ҡушыуын һорай инек. Ул берәй нәмә табып бирһә, түбәбеҙ күккә тейә. Юҡ, аҡса кәрәктән түгел, уны үҙең эшләп табыуҙа ине баһа. Эйе, заман алға тәгәрәй, элек дөрөҫ тип һанаған тәртип бөгөнгө үҫмерҙәргә дөрөҫ тойолмай.
Бөгөн беҙ барлы-юҡлы 10-15 йыл эсендә илебеҙҙә рухи донъя емерелеп, бөтөн нәмәнең аҡсаға бәйлелегенә зарланабыҙ. Хәҙер бит йәнең теләгәнде һатып алып була. Ләкин йәмғиәттең күпселеген әле аҡсаның ҡәҙерһеҙерәк сағында тәрбиәләнгән быуын тәшкил итә. Ә бар хәленсә нисек байлыҡ тупларға өйрәнеп үҫкән, шуны төп маҡсат итеп ҡуйған быуын килгәс ни булыр?..