Эшсән бәхетте хеҙмәттә күрер13.09.2016
Эшсән бәхетте хеҙмәттә күрер Мичурин муниципаль берәмегендә бөгөнгө ауыл иҡтисады, продукция етештереү һәм һатыуҙы арттырыуҙа шәхси секторҙың мөмкинлектәре тураһында һүҙ сыҡты.


– Беҙҙең яҡтарҙа эре ауыл хужалығы предприятиелары ҡалманы, – тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Владимир Корочкин. – Улар урынына барлыҡҡа килгән крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары әлегә көс йыя. Уның ҡарауы, биләмәлә шәхси сектор яҡшы үҫеш алды. Бөгөн ауыл ерендә лә халыҡ үҙ көсөнә таянып эшләргә, баҙар ихтыяжы өсөн етештерергә өйрәнде. Шуға был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындыр­майбыҙ. Ауыл Советы фондынан ғына шәхси хужалыҡтарға 550 гектарҙан ашыу ер бүленде. Закон биргән мөмкинлектән файҙала­нып, хәҙер ҡайһы берәүҙәр үҙ өлөшөнә тейгән пай ерҙәрен хосуси милеккә күсерә башланы. Ере булғас, ауыл кешеһе малын да күп аҫрай, ит-һөт продукцияһын етештереп һатыуҙан табышын да мул ғына ала.
Бер аҙҙан ул беҙҙе 107 ихаталы Шаранбаш-Кенәз ауылында үҙал­лы хужалыҡ иткән Ғизетдиновтар менән таныштырҙы.
Ишле ғаилә башлығы Земфир Фәнил улы элгәре Мичурин исе­мендәге совхозда эшләгән. Ул көс һалған һөтсөлөк фермаһы ҙур хужалыҡта алдынғы коллек­тивтарҙан һаналған.
– Мин ул дәүерҙә һыйыр һау­ҙым, шуға фермаға эшкә бергә йөрөнөк, – тип һөйләй хужабикә Флүзә Фикрат ҡыҙы. – Әлбиттә, күмәк хужалыҡтың тарҡалыуы беҙҙең дә йәшәү рәүешен үҙгәртте. Дүрт йыл халыҡтан һөт йыйҙым. Тик, ғаиләбеҙ ишәйеү сәбәпле, ул эште ҡалдырырға тура килде. Заман һулышын тойоп, үҙ көсөбөҙҙө шәхси хужа­лығыбыҙҙы үҫтереүгә һалдыҡ. Күп йылдар инде ихатабыҙҙа ишле мал һәм ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Ит-һөт продукцияһын күп етештереп һатҡас, аҡсаһыҙ ҙа ултырмайбыҙ.
Хужабикә бөгөн дүрт һыйыр һауа икән. Артып ҡалған һөттө улар әҙерләүселәргә тапшыра. Йәйге муллыҡта көнөнә 30-35 литр аҡ ҡойғандар. Шунан ғына ла айына 14–15 мең һум инеп торған.
– Шуныһы йәтеш: аҡсаһын 15 көн һайын биреп баралар, – ти Флүзә. – Шуға баҙарға сығып мә­шәҡәтләнәһе лә юҡ. Файҙаһын күргәс, һауын малын тағы ла арттырырға теләйбеҙ. Аҡсаһын еткерһәк, тоҡомло ике тана алып ҡайтасаҡбыҙ. Һөт продукция­һынан тыш, һәүкәштән йәш үрсем дә алаһың бит инде. Үҙебеҙгә эште еңеләйтеү өсөн һөт аппаратураһын алырбыҙ тип торам.
Үҙҙәре шулай тырыш һәм өлгөр булғас, шәхси хужалыҡтың нигеҙе лә ныҡлы. Ваҡ малды ла улар күп аҫрай. Шулай уҡ йорт ҡуян­дары үрсетеүҙе ҡыҙыҡлы бер шөғөл итеп алғандар. Әле кро­ликтарҙы 60 башҡа еткергәндәр. Уларҙың диетик ит етештергәнен хәҙер ситтә лә беләләр. Хужабикә телгә алыуынса, Октябрьскийҙан бер ағай йыш килеп йөрөй икән, сөнки олоғайған әсәһенә табиптар күберәк диетик ит менән туҡла­нырға тәҡдим иткән.
Ҡуянсылыҡты иптәшенә һәм улдарына ышанып тапшырып, үҙе хужалыҡта ҡош-ҡортто күпләп аҫрай. Быйыл улар 50 бройлер себеше, шунса ҡаҙ бәпкәһе, йәнә 30 өйрәк алып үҫтергәндәр. Көҙөн инде улар өсөн тынғыһыҙ эш башлана. Өлгөргән ҡош-ҡортто һуйып һатыу ҙа хужабикәнән ҙур хәстәр­лек талап итә. Әйтеп үтеүенсә, яҡшы сифатлы ҡош ите үтемле тауар һанала. Шуға диетик продукцияны һатыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай — һуйылған ҡаҙ-өйрәкте өйҙәренә килеп үк алалар.
Йорт хужаһы Земфирҙың ауылда ат йәнле кеше тигән даны ла таралған. Ул күптән хужалығында йылҡы малын үрсетеү менән шөғөлләнә.
– Әле яланда өс баш атыбыҙ йөрөй. Оҙаҡламай бер бейә ҡолон килтерәсәк, – ти Флүзә ханым. – Аттың файҙаһын күберәк үҙебеҙ күрәбеҙ. Ҡыш буйы йылҡы ите генә ашайбыҙ. Ә һуғымға һимер­телгән йәш һыйыр малын һатып ебәрәбеҙ. Бынан ғаилә бюджетына 50 мең һумға яҡын аҡса инә. Ит сауҙаһы хәҙер ауылда ла яҡшы үтә. Әле бына бер баш үгеҙҙе һәм бер тананы һимертеүгә ҡуйғанбыҙ. Ауылдаштар, таныш-белештәр алдан уҡ йәш иткә заказ бирергә тырыша.
Шуныһы яҡшы: хужалыҡта­рында бер көтөү мал тотҡан Ғизетдиновтар уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында район фондынан өс гектар ер алып ҡалған. Уны кинәнеп бесәнлек итеп файҙаланалар. Сәсеп үҫте­релгән кәзә үләнен йәй ике ҡат сабып алалар. Быйыл улар үҙҙә­ренең милкендәге ер биләмәһен тағы ла киңәйтеүгә өлгәшкән. Закон рөхсәт иткәнсә, алты кеше бергә йыйылып, хосусилашты­рылған пай ерҙәрен бүлеп алған. Элек совхозда эшләгән Ғизет­диновтарға 17 гектар уңдырышлы ер эләккән. Ниәттәре — шул майҙанда алдағы йыл иген культуралары үҫтереү. Әгәр иген фуражы үҙҙәренеке булһа, был етештергән ит-һөт продукция­һының үҙҡиммәтен дә бермә-бер кәметәсәк.
– Беҙ инде башлы-күҙле булған оло улыбыҙ Илсур менән бергә торабыҙ, – ти хужа ҡатын. – Пай ерҙәрен бүлеп алғанға ул бик тә һөйөндө. Хәҙер трактор алыу теләге менән янып йөрөй. Бығаса хужалыҡ эштәрендә, бесән әҙер­ләүҙә, нигеҙҙә, ат көсөн файҙалан­дыҡ. Әгәр ошо 17 гектар еребеҙҙе эшкәртеп, сәсеү әйләнешенә индерһәк, продукция етештереүҙә хужалыҡтың мөмкинлектәре тағы ла артасаҡ. Әле ике баҡса үҫте­рәбеҙ. Унда шәкәр сөгөлдөрөн игеү өсөн ҙур ғына майҙан бүлгән­беҙ. Ни тиһәң дә, “татлы тамыр” – мал һимертеү өсөн бик тә һыйлы аҙыҡ.
Ауылда “Өлгөлө хужалыҡ” тип танылған Ғизетдиновтарҙың күп балалы ғаилә булыуын да телгә алып үтергә кәрәктер. Оло улдары вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. Уның хәләл ефете Валентина Туймазы колледжын тамам­лаған. Әле ауыл хакимиәтендә яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Мөхәббәт емеше булып тыуған улдары Рөстәм өйҙәгеләрҙең наҙына ҡойоноп үҫә.
Ғизетдиновтарҙың ҡыҙҙары Алһыу иһә ғаиләһе менән үҙҙә­ренән йыраҡ түгел Мичурин тигән ауылда йәшәй. Тормош иптәше Илфат менән бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Быйыл Шаран ауыл-һөнәрселек училищеһына уҡырға ингән Эльвир өйҙә атаһының иң ышаныслы ярҙамсыһына әйлән­гән. Ә татыу ғаиләлә кинйә малай — биш йәшлек Эльмир әле балалар баҡсаһында тәрбиә ала.
Уңған ғаилә өс йыл элек яҡты һәм иркен йортҡа күсенгән. Унда үҙҙәренә айырым бүлмә булыуына балалар бик тә шат. Уларҙың яңы өйҙәрендә ҡала фатирындағы кеүек бөтә коммуналь уңайлыҡтар ҙа бар.
– Маҡтана икән тип уйлай күрмәгеҙ — беҙ ҡалалағы күп кешеләрҙән яҡшыраҡ йәшәйбеҙ, – ти Флүзә ханым, – сөнки өҫтәл­дәге тәбиғи ризыҡты үҙебеҙ етеш­терәбеҙ. Мин үҙемде тәбиғәт балаһы итеп тоям. Урманға барып ҡайтһам, күңелем һиллеккә һәм илаһи хистәргә күмелә. Шундай хозурлыҡтан башҡа тора алмайым. Бына быйыл урман сәтлә­үеге уңды, тик иренмәй йый ғына. Көс булғанда хужалығыбыҙҙа шул эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ. Продукцияны күберәк етештереп һатып, балаларға өй һалыуҙа ярҙам итергә теләйбеҙ. Ҡышын ауыл халҡына һөттөң өс литрын 100 һум менән һатып та арыу ғына аҡса эшләргә була. Тырыш­һаң, ихата тулы мал һәм ҡош-ҡорт аҫраһаң, ауылда ла заманса етеш донъя көтөргә мөмкин.







Вернуться назад