Эшһеҙлек кәмерме?06.09.2016
Танышым ауылдағы мәҙәниәт йортонда эшләй ине. Бер ҡараһаң, донъялары етеш кеүек. Матур итеп йорт һалып инделәр, көнкүреш шарттары ҡаланыҡынан кәм түгел: газ яғыулығы үткәрелгән, һалҡын, йылы һыу ағып тора, йыуыныу бүлмәһе лә бар. Әммә көндәрҙең береһендә уның эшен ташлап баш ҡалаға массаж яһаусыға уҡырға китеүен ауылдағылар аңларға теләмәне.
– Барына шөкөр итеп кенә йәшәмәй, нимә етмәй икән уға? – тип ғәжәпләнде берәүҙәр.
– Хәҙерге йәштәр анһатты ғына эҙләй, – тип һығымта яһаны икенселәр.
Әммә өс бала үҫтергән ҡатындың ауылдан сығып китеүенең сәбәптәре бар ине шул. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күпме эш хаҡы алыуы һәр кемгә мәғлүм. Ике балаһын юғары уҡыу йортонда уҡытҡан ғаиләгә уның аҡсаһына йәшәү еңелдән түгел ине. Йәнә икенсе танышым Свердловск өлкәһенә күсеп китте.
Республикала хеҙмәткә һәләтле кешеләр кәмей, бәғзеләре иһә, көсө, дәрте ташып торһа ла, эшләргә теләмәй. Тап шуға ла Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һанын 40 меңгә йәки эшкә ярарҙай халыҡ нисбәтен 82,3 процентҡа еткереү маҡсатын ҡуя. “Башҡортостанда 2025 йылға хеҙмәт ресурстарына идара итеү концепция”һында шул хаҡта әйтелә.
Концепция авторҙары эшсе ҡулдарҙың кәмей барыуын, бары 2014 йылда ғына 36 мең самаһы кеше тәшкил итеүен билдәләй. 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре республикала халыҡтың шаҡтайы эшләргә теләмәүен күрһәтә. Мәҫәлән, пенсия йәшенә етмәгән ҡатындарҙың 60 проценты өйҙә ята, ә бит уларҙың 80 меңе һау-сәләмәт. 24 – 54 йәштәрҙәге гүзәл заттар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында (шул иҫәптән эш булмауҙан) үҙен тулыһынса хужалыҡтағы йорт-ҡура эштәренә йәки бала ҡарауға бағышларға хәл иткән. Ирҙәргә килгәндә, 20 – 59 йәштәрҙәге көслө заттарҙың 40 меңе, һау-сәләмәт булып та, уҡымаған, бер ҡайҙа ла эшләмәй, хеҙмәт урыны ла эҙләп ҡарамаған. Улар хатта шәхси хужалығында ла тир түкмәй.
Республикала, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, пенсионерҙарҙың иҡтисади һүлпәнлеге күҙәтелә. Был юҫыҡта илдә уртаса нисбәт 31,5 процент булһа, беҙҙә – 20 самаһы. Белгестәр быны эшкә урынлаштырыуҙа йәштәргә өҫтөнлөк бирелеүе, халыҡтың ауылдарҙа күпләп йәшәүе һәм баҡсасылыҡта әүҙем шөғөлләнеүе менән аңлата.
Эшсе ҡулдарҙың етешмәүе кешеләрҙең бүтән төбәктәргә күсеүенә лә бәйле. Кемдер күберәк хеҙмәт хаҡы түләгән ергә китә, икенселәр башҡа сәбәптәр менән. Былтыр Башҡортостанға 33,7 мең кеше килһә, 40 меңдән ашыуы ситкә киткән. Уларҙың 41 проценты – шәхси сәбәптәр, 21-е – эшкә урынлашыу, 18-е уҡырға инеү арҡаһында бүтән төбәктәргә юлланған. Улар башлыса – 15 – 34 йәштәрҙәге граждандар.
Концепция авторҙары эшһеҙлекте бөтөрөүҙе пенсионерҙарҙы, инвалидтарҙы һәм бәлиғ булмаған балалары булған ҡатындарҙы эшкә йәлеп итеүҙә, шулай уҡ хеҙмәт ресурстары составының сифатын яҡшыртыуҙа күрә. Мәҫәлән, эшһеҙ халыҡты бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһенә әүҙемерәк йәлеп итеү күҙаллана. Тәү сиратта һүҙ ауылда йәшәүселәр хаҡында бара, сөнки күптәр үҙенең көнөн шәхси хужалығы ярҙамында күрә, уларға эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәк.
Эшкә һәләтле кешеләр кәмеүгә ҡарамаҫтан, Концепция авторҙары хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдарҙың етешмәүен билдәләй, ихтыяж менән эшсе көстәр тәҡдим итеү тигеҙһеҙлеге һаҡлана. Был күренештең сәбәбе – хеҙмәт хаҡының аҙлығы, эш шарттарының насар, кадрҙарҙың тәжрибәһеҙлеге, халыҡтың хеҙмәт шарттарына тиҙ яраҡлаша алмауы…
Әлбиттә, Концепцияла халыҡты эшкә йәлеп итеү буйынса аныҡ саралар күрһәтелмәгән. Килеп тыуған мәсьәләләр адреслы программалар булдырыу юлы менән хәл ителәсәк. Мәҫәлән, республикала өсөнсө йыл аҙ килемле ғаиләләргә шәхси хужалығын алып барыу, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Әлегә был ярҙамдан өс мең ғаилә файҙаланған.