Башҡортостан – алдынғылар рәтендә06.09.2016
Быйыл ғинуар – июль айҙарында Рәсәйҙең барлыҡ төр хужалыҡтарында 3,279 миллион тонна тауыҡ ите етештерелеп, былтырғынан 4,4 процентҡа (139,3 мең тоннаға күберәк) артығыраҡ тәшкил иткән.
Йомортҡа алыу йәһәтенән дә ыңғай үҫеш күҙәтелә: үткән йылдан 618,45 миллион данаға күберәк (33%) алынған.Ҡош ите буйынса артым башлыса Брянск, Пенза, Мәскәү өлкәләрендә, Мордва, Сыуаш республикаларында, Ставрополь крайында күҙәтелә. Ә Адыгей, Төньяҡ Осетия – Алания республикаларында, Ҡырым, Белгород, Волгоград өлкәләрендә, Краснодар крайында был йәһәттән уңыш ҡыуандырмай.
Йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан – алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ Ростов, Белгород өлкәләрендә, Краснодар, Пермь крайҙарында ла был юҫыҡта күрһәткестәр яҡшы. Ә Төмән, Архангельск, Новосибирск, Киров өлкәләрендә, Краснояр крайында эш күләме кәмегән.
Үҙебеҙгә лә етә, ситкә лә китә
2016 йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Украинаға аҙыҡ-түлек оҙатыу күләмен арттырған. Былтыр унда 191 миллион доллар күләмендә ризыҡ һатылһа, быйыл 261 миллион долларға еткән. Рәсәй украин дуҫтарға башлыса ит һәм ҡош ите, һыра, тәмәке изделиелары оҙатҡан.
Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр быны тәү сиратта Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ташылған аҙыҡ-түлек иҫәбенә артҡан тип бара. Әммә был ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Бынан тыш, Рәсәй Ҡытайға аҙыҡ-түлек һатып та шаҡтай аҡса эшләгән. Был илгә экспорт 753 миллион долларға етте, ә былтыр беренсе ярты йыллыҡта ни бары 707 миллион доллар тәшкил иткән. Шулай уҡ Мысыр ҙа ҡыуандыра. Беҙҙең ил тауарҙарын һатып алыу буйынса ул өсөнсө урынды биләй. Тәүге алты айҙа унда 606 миллион доллар тирәһе аҙыҡ йүнәлтелгән. Былтыр ни бары 350 миллион доллар булған.