Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Совхоз-колхоздар тарҡала, эш урындары юҡҡа сыға. Халыҡ үҙен диңгеҙ уртаһындағы утрауҙа тороп ҡалғандай хис итә: алда икһеҙ-сикһеҙ бушлыҡ, ә унан сығыу юлы бер кемгә лә билдәле түгел. Казанка ауылында йәшәгән Юрий Кузнецов тап ошо осорҙа фермерлыҡ хужалығын башлап ебәрә. Үҙаллы хужалыҡ итеүҙең башында тороусыларҙың береһе ул. Яңылыҡҡа табан юл ярыу еңелдән бирелмәй. Ҡуйған маҡсатына табан ныҡышмалы барыусылар ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Башлаған эшен ярты юлда “минән булмай, килеп сыҡмай” тип ташлаусылар ҙа табыла. Елкәһе ҡалын булғандар ауырлыҡҡа бирешмәй, ҡыйыу аҙымдар менән алға атлай.
Фермерлыҡ эшен башлап ебәргәндә Кузнецовтарҙың ни бары бер нисә баш һауын һыйыры иҫәпләнә, артабан үрсем алына, аҙбар-ҡураһы кәрәк була. Ярай, йәйгеһен мал көтөүлектә йөрөй, ә ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙығын хәстәрләү зарур. Һәр хәлдә, елкәһе соҡор кешенең эше түгел был. Билеңде биштән быуып, хәлең ҡалмағанда ла турайырға мәжбүр иткән ауыр крәҫтиән хеҙмәте. Уны бары тик ауылға ерегеп, мал йәнле булғанда ғына йырып сығырға мөмкиндер. Үҙҙәре һыҙған тура юлдан тайпылмай улар. Ҡатыны Людмила Алексеевна уҡытырға ла, һыйыр һауырға ла өлгөрә. Улдары Дмитрий иһә кескәйҙән атаһы янында йөрөп, хеҙмәттең нескәлектәренә төшөнә. Тора-бара ул да яҙмышын ауыл тормошо менән бәйләй. Бөгөн ул атаһының терәк-таянысы, ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнгән. Йәштәр ҙур итеп йорт һалып сыҡҡан, өс ул тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны Наташа менән сауҙа өлкәһен үҙләштерәләр, береһе бухгалтер булһа, икенсеһе – водитель дә, администратор ҙа, тигәндәй. Ғаилә бизнесын бергә тартҡанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин икәнлеген аңлап эшләйҙәр.
Ғаиләлә хеҙмәт бүленеше юҡ, барыһын да бергә алып баралар. Районда тәүгеләрҙән булып йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса республика грантын алыуға өлгәшкәндәр. Урыҫ тоҡомло эш аттарын Ырымбур яҡтарынан барып алғандар. Хужалыҡта ер ҙә эшкәртәләр, бөртөклө культуралар, күп йыллыҡ үләндәр ҙә сәсәләр, техникаға ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр.
Ер кешеһе, ауыл уңғандары…
Уларҙың дәртлелеге, матур йәшәргә ынтылыуы, илһөйәрлеге төпкөл ауылдарға йәм өҫтәй, усаҡтарҙы һүндермәй һаҡлай.