Милек һалымын түләнеңме?06.09.2016
2016 йылда милек һалымы буйынса түбәндәгеләрҙе белеү мөһим:
1. Милек, транспорт, ер һалымын 1 декабргә ҡәҙәр түләү мөһим.
2. Һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын таратыу октябрь урталарына тиклем дауам итә.
3. Түләүҙе онлайн режимда Федераль һалым хеҙмәтенең сайтының “Һалымыңды түлә” интернет-сервисы ярҙамында башҡарырға мөмкин. (www.nalog.ru).
4. Быйыл тәүгә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары берҙәм буласаҡ, йәғни һәр кем Рәсәй биләмәһендә нисә объекты, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, үҙенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамай, бер белдереү ҡағыҙы аласаҡ.
5. Һалым түләүсенең “Шәхси кабинет”ында теркәлеү үткән граждандар белдереү ҡағыҙҙарын ошо сервис аша электрон формала ғына аласаҡ. Уларға ҡағыҙҙа белдереүҙәр килмәй. Әгәр теләүселәр булһа, 2016 йылдың 1 сентябренә тиклем “Шәхси кабинет”тан һалым органына тейешле извещение ебәрергә кәрәк.
6. Һалым 100 һумдан кәмерәк икән, түләү ҡағыҙҙары ебәрелмәй.
Быйыл тәүгә физик шәхестәрҙең милкенә һалым уның кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Яҡынса һалым суммаһын белергә теләһәгеҙ, Федераль һалым хеҙмәтенең “Калькулятор земельного налога и налога на имущество физических лиц, исчисляемых исходя из кадастровой стоимости” интернет-сервисын ҡуллана алаһығыҙ.
8. Яңы законға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр йорттоң дөйөм милкенә ингән ер участкалары өсөн ер һалымын түләмәй.
9. Шәхси эшҡыуарҙар башҡаса үҙаллы ер һалымын иҫәпләп, Һалым органдарына һалым декларациялары тапшырмаясаҡ. Улар быны белдереү ҡағыҙы буйынса ғына түләй.
10. Һалым буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) “Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам” электрон сервис аша таба алаһығыҙ.