“Ейәнсура бизоны”23.08.2016
Әҙәм балалары бер-береһенә оҡшамаған шикелле, төрлө яҙмышлы, төрлө ҙурлыҡтағы ауылдар ҙа йыш осрай. Мәҫәлән, Яңыбай ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡыҙылъяр ауылы әллә ни бәләкәй ҙә түгел, уның 34 йортонда 93 кеше ғүмер кисерә. Халҡы егәрле, күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, ҡайһы берәүҙәр вахта ысулы менән ситтә аҡса эшләй. Йәш ғаиләләр араһында заман һулышын тойоп, матур йәшәргә ынтылыусылар булыуы ҡыуандыра. Шуларҙың береһе – оҫта ҡуллы, уңған, егәрле ғаилә башлығы Әлфрит Саттаров. Ул 1996 йылда Ҡужанаҡ мәктәбен тамамлаған, военкомат аша Мораҡ һөнәрселек училищеһында уҡып, водитель танытмаһы алған, 1999 – 2001 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында Архангельск ҡалаһында тыуған ил алдындағы хеҙмәт бурысын үтәгән.

– Әрмелә саҡта “Т-150” тракторын йөрөттөм, ҡайтҡас, колхозда ошондай уҡ ватыҡ тракторҙы ҡороп, унда 2010 йылға тиклем эшләнем. Колхоз тарҡалғас, “МТЗ” алырға хыялланып йөрөнөм. Тәүҙә хаҡы 750 мең һум торһа, аҙаҡтан 1 миллион 140 мең һумға тиклем күтәрелде. Шунан 2015 йылда ҡулдан трактор ҡороп ҡарарға булдым. Апрель баштарында тотонғайным, май аҙаҡтарына тракторҙы йүнәтеп бөттөм. Уға “Ейәнсура бизоны” тип ҡушамат та таҡҡанмын, – тип егет тормош серҙәре менән уртаҡлашты.
Тәү ҡарашҡа был техниканы сит ил тракторына оҡшаттым, резиналары яңы, тышҡы ҡиәфәте төҙөк, буялған. Двигателе – комбайндыҡы, рамы – “Т-150”-неке, ә кабинаһы “ЮМЗ” тракторыныҡы икән.
Ҡулдан ҡороп эшләнгән бындай техника районда ғына түгел, илебеҙҙең бер төбәгендә лә юҡтыр, мөғжизә!
– Әлфрит Фазылйән улы документ буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ йүнәлешендә 2015 йылда асҡайны. Быйыл ул 200 гектарҙа бойҙай, арпа сәсте, тырыш егет, – ти Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы Самат Ҡансурин. – Уның апаһы Әлфиә Таһирова Ҡужанаҡта аҙыҡ-түлек магазины тота, әсәһе лә уңған. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Балаларында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән, маладис!
Ғөмүмән, Әлфрит Саттаровтың шәхси хужалығында ер эше менән шөғөлләнергә лә, малсылыҡты үҫтерергә лә мөмкинлек бирерҙәй техникалары бар.





Вернуться назад