Иҙелдәрҙең әүҙемлеге ҡыуандыра23.08.2016
Малсылыҡ продукцияһын арттырыуҙа ныҡлы аҙыҡ базаһы – төп шарт. Әле хужалыҡтарҙа ҡыҙыу осор – ҡышҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләү дауам итә. Шулай уҡ малсылыҡ объекттарын ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу һәм яңыларын төҙөү, йәнә һөт, ит етештереүҙе арттырыу, фермаларҙы юғары продуктлы, тоҡомло мал менән тулыландырыу бурысы ла ҡуйылған.
“Иҙел” агрофирмаһында өс бүлексә бар, бөгөн һәр береһе ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.
– Заманса үҙйөрөшлө “Челенджер” сапҡысын һатып алыу был йәһәттән эште сифатлы һәм тиҙ башҡарыуға булышлыҡ итә, – тине бүлексә идарасыһы Николай Максимкин. – Файҙалы, арзан мал аҙығы етештереүҙең төп сығанағы – күп йыллыҡ үлән, уларҙың майҙаны йыл да яңыртыла. Аҡһымға бай культуралар нигеҙен ҡуҙаҡлы, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр тәшкил итә, был иҡтисади йәһәттән отошло һәм арзан.
Хужалыҡта сәсеүлектәр структураһы камиллаштырыла, етен сәсеү ҙә беренсе йылдарҙа тәжрибә булараҡ ҡулланылһа, хәҙер ҙур ғына майҙанды биләй. Улар ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар майҙанын арттырыу яҡлы, йәшел массалағы туҡлыҡлы матдәләрҙең бесәнгә ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡланыуын күҙ уңында тотоп, сенаж менән силос әҙерләүгә лә төп иғтибар бүләләр.
Әңгәмәсем һөйләүенсә, был тәбиғәт шарттарына бәйлелекте кәметә һәм малсылыҡта иҡтисади күрһәткесте яҡшырта. Мал аҙығы етештереүҙең матди-техник базаһын нығытыу беренсе сиратта заманса техникаға бәйле. Алдынғы технологиялар буйынса әҙерләнгән мал аҙығының өлөшө арта, япма материалдар ҡуллана улар, силос һәм сенаж траншеялары төҙөлә, булғандары ремонтлана, Ҡыҙрай, Туҡмаҡ, Бельский бүлексәләрендә сенаж соҡорҙары әҙер.
Беҙ барғанда өр-яңы техника 125 гектарҙы биләгән арпа менән борсаҡ ҡатнашмаһы сәселгән баҫыуҙа эшләй ине. Ҡеүәтле үҙйөрөшлө сапҡысты тәжрибәле механизатор Фәрих Бастубаевҡа ышанып тапшырғандар.
– Кабинала тауыш юҡ, һалҡынса, таҙа, герметик ишектәр саң индермәй, кинәнеп эшләйем, – ти тракторсы.
Мал аҙығын “Беларусь” тракторында Шәрәфетдин Сәйетбатталов, Мәргән Шәймөхәмәтов, Александр Чуриковтар сенаж соҡорона ташый, егеттәр көндәлек норманы арттырып үтәй.