Бүләк уңғандарҙы эҙләй23.08.2016
Бүләк уңғандарҙы эҙләй Айырыуса ауыл хужалығында тир түккәндә сәмләнмәй эшләү мөмкин түгелдер. Ураҡ тамамланыу менән республика буйынса иң алдынғы ун комбайнсыға автомобиль тапшырыласаҡ – һөйөнөслө хәбәрҙе журналистар менән осрашыуында республикабыҙҙың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов белдерҙе. Яҡшы өлгө ҡайҙа ла тиҙ тарала, иманым камил. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов шулай уҡ урып-йыйыу эштәре бөтөүгә иң-иңдәрҙе бүләкләйәсәген әйтте.

– Һүҙ ҙә юҡ, йыл да, йолаға ярашлы, алдын­ғылар билдәләнә, – тине район хакимиәте башлығы Илшат Әмир улы. – Тағы бер шатлыҡлы яңылыҡ бар: ун көн эсендә иң күп ашлыҡ һуҡҡан комбайнсылар айырым бүләкләнәсәк. Әлбиттә, беҙ сифатҡа баҫым яһайбыҙ.
Төбәктә ужым бойҙайын (7 мең тирәһе гектар) һуғыу тамамланды. Әле “Байраҡ” һәм “Тарҡазы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Нәсибуллин крәҫтиән (фермер) хужалығы ашлыҡ баҫыуына төштө.
Әйткәндәй, ярыштың тәүге өлөшөндә еңеүселәр түбәндәгеләр: “Башҡортостан иген компанияһы” йәмғиәтенән Владимир Додонов (4 950 центнер ашлыҡ һуҡҡан), Салауат исемендәге хужалыҡтан Радик Рафиҡов ( 3 300 центнер), “Байраҡ” йәмғиәтенән Фәнис Иҡсанов (2 610 центнер).
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әхиәр Ханнанов менән райондың баш агрономы Салауат Миңнуллин иһә бәйгенең сираттағы өлөшөндә еңеүселәрҙе ҡотланы. Уларҙың Николай Максимов (“Йылан-Шишмә” йәмғиәте), Винер Моратов (“Приютовагрогаз”), Алексей Кузьминдарҙың янында (“Пионерск”) булыуы – шуға асыҡ миҫал.
“Йылан-Шишмә” хужалығы етәксеһе Николай Дмитриевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙа бөтәһе 23 кеше тир түгә. Әле борсаҡ, арпа, тары, ҡарабойҙайҙан мул уңыш көтөлә.









Вернуться назад