Тәүәккәллек – йөрәк ҡомары23.08.2016
Тәүәккәллек –  йөрәк ҡомары Бер аҡыл эйәһе белдереүенсә, тәүәккәллек – йөрәк ҡомары, аҡылдан да ҡайһы саҡ юғары. Ошо һүҙҙәр йәки былай әйтеү бигерәк тә төҙөүсе һөнәрен үҙ итеүселәргә ҡағыла. Йыраҡ йөрөйһө түгел, эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле, әллә күпме йорттар ҡалҡып сыға. Ҡасан ҡарама, егәрлеләр тырышып-тырмашып нигеҙ ҡора, кирбес һала, бинаны тышҡы яҡтан да, эстән дә матурлай-йөҙләй.
Төҙөүселәр көнөндә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырғанда бүләкләнеүселәр араһында үҙенең тыйнаҡлығы, мөләйемлеге менән бүтәндәрҙән айырылып торған Альбина ХАНОВА менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.


– Сығыш яһаусыларҙың береһе “көрәш” тигән һүҙҙе телгә алып үтте. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, уны мин дә телмәремдә йыш ҡулланам, хатта уға ихтирам менән ҡарайым, – тине “Дүртөйлөтөҙөлөшдеталь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре Альбина Миңлебарис ҡыҙы. – Тормоштоң көрәш икәнен мәктәптә уҡығанда уҡ әҙме-күпме аңлағайным. Иң мөһиме – ул мәшәҡәтле түгел, ә күңелгә йыуаныс биргән, киләсәккә өмөт уятҡан көрәшкә әйләнһен. Мин нәҡ икенсеһен күҙ уңында тотам да инде. Бынамын тигән донъям бар, ҡыҙым Лилиәне аяҡҡа баҫтырҙым, ҡәҙерлемә юғары белем алырға ярҙам иттем, ул – иҡтисадсы-бухгалтер. Руслан кейәүем менән Яр Саллы ҡалаһында төпләнделәр. Амалия исемле ейәнсәрем – шатлығым да, бәхетем дә.
Һоҡланғыс кешеләре менән дан тотҡан, иҫ киткес тәбиғәте күптәрҙе көнләштергән Илеш районының Иҫке Татыш ауылында тыуып үҫтем. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, күрше районда ғүмер итәм.
“Төҙөүсе һөнәре еңел түгел, шулай бит?” – тип йыш ҡына минән һорайҙар. Бер ҙә улай тимәйем, эшемде яратып башҡарам. Хәйер, яратмаған эште башҡарып булмайҙыр ул. Төҙөлөшкә килеү теләге күңелдә юҡ түгел ине, ғөмүмән, берәй кәрәкле һөнәр алырға өндәне яҡындарым. Уларҙың кәңәшен тотоп, һөнәрселек училищеһына юлландым.
Ҡыйынлыҡ тураһында һөйләргә артыҡ яратмайым. Тәмле тип йыш ҡабатлауҙан тәмле-татлы ауыҙға үҙе килеп инмәгән кеүек, егелеп эшләргә, тир түгергә кәрәк. Бәләкәйҙән хәләл көсөм менән аҡса табып өйрәнгәнмен. Әле иртән тораһың – маҡсатың билдәле, кис ятаһың – иртәгәһе көнгә план ҡораһың. Ситкә китеп бил бөгөү – минең өсөн ят. Хөрт эшләргә хаҡыбыҙ юҡ, тип йыш ҡабатлайым әхирәттәремә.
Етәксебеҙҙән уңдыҡ – Мәүлиҙә Иҙрисова – кәңәшсе лә, ярҙамсы ла. Уңғандарҙы күрә белә, дәртләндереп тора.





Вернуться назад