Торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса республика кәңәшмәһенең Дыуан ерендә үткәрелеүе осраҡлы түгел, сөнки райондың был тармаҡта башҡаларға күрһәтерлек эштәре һәм уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар. Быға “Дыуанводоканал” муниципаль предприятиеһының эшмәкәрлеге асыҡ миҫал. “Дыуанводоканал” – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында лайыҡлы урын тотҡан һәм район халҡының йәшәйешендә мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә күп тармаҡлы заманса предприятие. Ул һыу үткәргес, канализация һәм йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Һәр тармаҡтың тотороҡло эшләүе халыҡҡа кәрәкле тормош уңайлыҡтары тыуҙыра, дәрәжәле итә.
Ғөмүмән, район халҡы файҙаланған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең 64 проценты әлеге предприятие өлөшөнә тура килә. Һандар теле менән әйтһәк, 12 мең кешегә һәм 295 ойошма һәм предприятиеға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күрһәтәләр. Хеҙмәтләндереү даирәһе ҡоласлы булған кеүек, яуаплылыҡ та юғары. Миҫалға эсәр һыу мәсьәләһен алайыҡ. Предприятие райондың ун ике ауылын эсәр һыу менән тәьмин итә. Дыуандар: “Иң тәмле һыу – беҙҙә”, – тип хаҡлы әйтә, сөнки бында һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре буйынса юғары сифатҡа эйә. Эсәр һыуҙы ун ике скважинанан алалар. Һыуға ихтыяж йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта һыу үткәргестәрҙең һәм йыһаздарҙың, бөтә илгә хас булғанса, шаҡтай иҫкергәнлеген дә әйтәйек. Шуға предприятиела производствоны яңыртыуға етди иғтибар бирелә.
Капиталь ремонт үткәреү планына ярашлы, йыл һайын шаҡтай күләмдә селтәрҙәрҙе яңырталар. Эш барышында заманса төҙөлөш материалдары һәм алдынғы технологиялар ҡулланыу төҙөкләндереүгә, яңыртыуға сығымдарҙы бермә-бер кәметергә, эш сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Әйтәйек, һыу селтәрендә баҫымды көйләүсе йыһаздар урынлаштырыу, торба үткәргестәрҙе реконструкциялағанда траншеяһыҙ ремонт, торбаға торба кейҙереү, заманса арматуралар ҡулланыу кеүек алымдар бында инде яңылыҡ түгел. Улар һәр яңылыҡты иҡтисади яҡтан тикшереп, ҡулланышҡа индерә.
Техник һәм технологик яңырыуға килгәндә, һуңғы осорҙа иғтибарға лайыҡ эштәр бар. Салғыя, Дыуан, Мәтәле ауылдарында һыу үткәргес насостарҙы заманса яңы төрҙәренә алыштырғандар. “Реаль эштәр” программаһы буйынса Михайловка, Салғыя һәм Мәсәғүт ауылдарында һыу үткәргестәрҙең айырым өлөштәрен яңыртҡандар. Яҡын киләсәктә насостарға идара итеүсе ике яңы станция йыһазлау, һыу йыйыу колонкаларын яңыртыу бурысы билдәләнгән.
Әле предприятиела эштең иң ҡыҙыу мәле – көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек бара. Йылытыу миҙгеле тамамланғас та йылытыу системаһына гидравлик һынау үткәргәндәр, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала төҙәткәндәр. Мәсәғүт ауылының Коммунистик һәм Октябрь урамдарында, Мәҙәниәт һарайы йәнәшәһендә йылылыҡ трассаларын ремонтлағандар. Йылылыҡ селтәрендә ремонт эштәре теүәлләнгән. Инде бөтә көстө канализация селтәренә йүнәлткәндәр. Канализация коллекторы үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ төҙөлгән. Шуға был объект ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Торбаларҙың иҫкергән булыуы, өҫтәүенә һаҙлыҡлы урындарҙан һуҙылыуы ремонтты ҡатмарлаштыра. Әле коллекторҙың айырым участкаларын, канализация ҡойоларын ремонтлайҙар. Эш графикка ярашлы бара.
Предприятиела туҡһанға яҡын кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы. Республиканың коммуналь хеҙмәттәр баҙарында лайыҡлы урын биләгән коллективҡа производство һәм ойоштороу эшмәкәрлегендә бай тәжрибә туплаған Хәлит Ғарипов етәкселек итә.
– Әлеге ваҡытта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы реформаға һәм яңыртыуға йүнәлтелгән ҡатмарлы осорҙо кисерә. Эште заманса талаптарға яраҡлы үҙгәртеп ҡороу, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү һәм ҡулланыусылар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләү ҙур һөнәри оҫталыҡ талап итә. Хеҙмәтебеҙ шул талаптарға яуап бирерлек булһын тип эшләйбеҙ, – ти Хәлит Әлтәп улы.