Ер ҡәҙерен белеп...16.08.2016
Ер – халыҡтың төп байлығы. Ул беҙҙе һыйындыра, туйындыра, йәшәтә. Шуға ла командировкаларға сыҡҡанда, ҡый үләне баҫып буш ятҡан, сәселмәгән ерҙәр осраһа – күңел ҡырыла, ә инде икһеҙ-сикһеҙ далала гөрләп үҫкән ашлыҡ баҫыуҙары күренһә – күңел тантана итә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн районыбыҙҙың һәр ауылында тип әйтерлек ер ҡәҙерен, ер баһаһын белгән йәштәребеҙ үҫеп килә.

Ҡужанаҡ ауылында Айһылыу менән Фәтих Әшировтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән Фәнис тә, моғайын, үҫмер йылдарында фермер булып китермен тип башына ла килтер­мәгәндер. Урындағы урта мәктәпте тамамлаған егет, башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ уҡ, шофер булырға хыяллана.
– Иҫәнғолдоң 116-сы һөнәрселек учили­щеһында водитель танытмаһын алғас, армияға тиклем дә, хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, “Победа” колхозында шофер, механик булып эшләнем, – тип үҙе менән таныштырҙы Фәнис. Тик колхоздар тарҡалып, ауыл халҡы баҙап ҡалғанда, ул да ситкә вахта буйынса аҡса эшләргә китә. Әммә техникаға булған мауығыуы уны тыуған ауылына кире ҡайтара. Оҫта егет шул саҡ ҡулдан трактор ҡора, тағылма сәсеү агрегаттарын хәстәрләй. Бөгөн ул Ҡужанаҡта үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереүгә ныҡлап тотонған.
– 2011 йылда малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын астым. Былтыр 100 гектарға бойҙай, арпа сәскәйнем, ул орлоҡҡа етте, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.
Быйыл 204 гектарҙа бойҙай, арпа сәселгән. Йыл матур килә, шуға ла уңыш һәйбәт булыр тип өмөт итә фермер. Уның башмаҡтары менән бергә бөтәһе 22 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 5-е һауыла, ҡалғандарын быҙау­ҙарына ҡушҡандар. Әле Фәнис Фәтих улы пар баҫыуын эшкәртә, көҙгөлөккә унда ужым бойҙайы сәсергә ниәтләй. Баҫыуҙы үҙенең ҡулдан йыйған тракторы менән эшкәртә. Әлбиттә, хужалыҡ эштәренә техника етешмәй, шуға ла киләсәктә трактор паркын киңәйтеү маҡсатын ҡуйған.
Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы С. Ҡансурин һөйләүенсә, быйыл Ҡужанаҡ ауылында өс кеше – Фәнис Әширов, Альфред Саттаров һәм Вячеслав Жигулин “Ергән” МТС-ынан ҡалған ерҙәрҙе тулыһынса файҙаланырға уйлай. Фермерлыҡты алып барыу бөгөн яңғыҙыңа бик ҡыйын, шуға ла улар бер-береһенә ярҙамлашып эшләй, егеттәрҙең барыһы ла тырыш. Ауыл халҡы ла аңлай улар­ҙы, шуға ла малдарын ҡарауһыҙ ҡалдыр­май, ҡырға сығарып ебәрергә тырышмай.
Ауыл кешеһе шуны ныҡлап төшөнгән: бөгөн ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. “Йылды көн туйҙыра” тип халыҡ та юҡҡа ғына әйтмәгән. Хәҙер Фәнис ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү хәстәре менән яна. Уға хужалығында ауылдаштары Зөфәр Тоҡомбәтов, Һиҙиәт Ҡансурин, атаһы Фәтих Әширов ярҙам итә.














Вернуться назад