Күңеле һөйгән шөғөлө бар16.08.2016
Сәмсел егеттәребеҙ һәм егәрле ҡыҙҙарыбыҙ кәсептең ниндәйенә генә тотонмаған? Малсылыҡ, урмансылыҡ, йәшелсәселек, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ, үҫемлекселек һәм башҡа эш йүнәлештәре – шуға асыҡ миҫал. Ә һирәк күренгән балыҡсылыҡ тармағы Миәкә районының Йәрлекәү ауылында үҫеш алған.

Бөтәһе лә ябай ғына эштән башланған. Рөстәм Байтүрин менән Рауил Моратшин исемле ныҡышмалдар балыҡты ыҫлап, урындағы баҙарға һатыуға сығарған. Әлбиттә, тәүҙә мул уңышҡа ла өлгәшмәгәндәрҙер, әммә икеһе лә тәүәккәл һәм киләһе көндәргә ышанысын юғалтмағас, һәр осраған ҡытыршылыҡтар еңел йырып сығылған.
“Миәкә балыҡ компанияһы” – бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған предприятие. Эш йүнәлеше – балыҡты ыҫлау һәм тоҙлау. Улар тотош Башҡортостанды балыҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, күршеләрҙе лә аҙыҡ-түлектән өҙмәй.
Һүҙ ҙә юҡ, заманса ҡоролмалар һатып алынғас, эштәр бермә-бер юлға һалына. Биш рамлы термокамера һатып алыу – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, миәкәләр Рәсәйҙә иң беренсе булып ошо ҡеүәтле ҡоролманы урынлаштыра. Йөҙгә яҡын кеше эш урыны менән тәьмин ителгән.
Өфө тарафтарынан килеп Йәрлекәү ауылына инер саҡта, әллә күпме йорт араһынан берәүһе алыҫтан иғтибарҙы тарта. Был юлы беҙ уға һуғылып сығырға ҡарар ҡылдыҡ. Уның янында бер төркөм кешене күргәс, һүҙҙе балыҡ темаһына борҙоҡ. Ҡыҫҡаһы, балыҡ ризығының файҙаһы тураһында булды һүҙҙәре, әллә ҡайҙан эҙләп килеп тапҡандар.
Магазиндың тупһаһы аша атлап эскә үтәбеҙ. Ыҫпай кейенгән апайҙар һәр кемгә яҡшы мөғәмәләлә, айырыуса өлкәндәрҙең көйөн көйләй беләләр, уларға бар әйберен пакетҡа һалырға ярҙам итәләр.
Бында ҡарты ла, йәше лә бик күп йөрөй, – тип һөйләй һатыусы. – Хужабыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты, балыҡсылыҡ тармағын әйтәм, уны тағы ла киңәйтергә уйлай. Әйткәндәй, ошо урын гөл баҡсаһына әйләнгән. Ә бит ҡасандыр ул ҡотһоҙ күренә ине.
Уның һүҙҙәренә хеҙмәттәше лә ҡушыла. Сауҙа тармағында оҙаҡ йыл тир түгеүен бәйән итте ул. Миәкә эшҡыуарына килеп эш табыуына ҡыуанысы сикһеҙ һатыусының. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, был – беҙҙең өсөн иң мөһиме, ти. Уларҙы хужалары ябай хеҙмәткәрҙәр тип түгел, ә төп ярҙамсылары кеүек күрә, фекерҙәрен уртаҡлаша, тәҡдим-үтенестәренә ҡолаҡ һала икән.
“Миәкә балыҡ компанияһы”ның хужаһы Рөстәм Байтүрин билдәләүенсә, кеше был тормошта үҙенән һуң бүтәндәргә нимәлер ҡалдырырға тейеш, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең күңел һөйгән шөғөлө лә булһын.
Шәхси эшҡыуарҙан киләсәккә маҡсаттары тураһында белешкәндә бына нимә тине ул:
– Һүҙ ҙә юҡ, эшмәкәрлекте киңәйтеү, ғөмүмән, үҫеү хаҡында уйланам. Һатып алыусының талабын иң беренсе урынға ҡуябыҙ һәм шуға ярашлы план төҙөйбөҙ. Әйтәйек, уҙған айҙа йәки кварталда тауар ни рәүешле тиҙ һатылып бөттө, ә теге ваҡыт ниңә һүлпән барҙы?.. Алдан ҡысҡырып йөрөүҙе өнәмәйем, барыһын да асып һалырға ла ярамайҙыр. Сауҙа бит!






Вернуться назад