“Ике Һаҡмар үтеп һалдым һалабаш”16.08.2016
“Ике Һаҡмар үтеп  һалдым һалабаш” Йәмле Һаҡмар буйында ултырған халыҡтың боронғо шөғөлгә әле булһа тоғро ҡалыуы һоҡландыра. Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Шәрифйән Шәрипов малай сағынан һалабаш һалыуҙа йөрөй. Тәүҙәрәк олатаһына ярҙамлашһа, аҙаҡ был эште атаһы менән башҡара. Хәҙер инде үҙе өсөн, дөрөҫөрәге, күңеле ҡушыуы буйынса эшләй.
– Элегерәк һалабаш һыҙырыусыларға ихтирам көслө ине, – тип йылмая ағайыбыҙ. – Хәҙер йүкәне һораусылар йылдан-йыл аҙая, үҙебеҙгә, бала-сағаға кәрәк булһа тип кенә булышам. Йүкә бөрөләнеү менән күңел уйнай башлай, ул сәскә атҡан ваҡытта ҡабығын һыҙырып алабыҙ ҙа һыуға батырабыҙ. Өҫкә ҡалҡмаһын өсөн уның өҫтөнә ауыр нәмә йә таш һалырға кәрәк. Һәр кемдең үҙенең билдәле урыны бар. Минең һалабаш ике Һаҡмарҙы үтеп, күптән ҡарап ҡуйған тәрәнерәк урында ята, – тип таныштыра Шәрифйән Сәлимйән улы.
Һалабашты батырыусылар ауылда күп түгел, шулай ҙа боронғо кәсепте ташлап ҡуймағандар. Эштең нисек башҡарылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә теләк белдергәс, Шәрифйән ағай инәлтмәне, тоғро “ЗИЛ” машинаһы менән ике Һаҡмар үтеп, “һә” тигәнсә үҙ урынына илтеп тә ҡуйҙы. Һалабаш тулыһынса әҙер түгел ине, шулай ҙа беренсе ҡаты йүкә йыуғысына эшкинерлек. Һаҡмарҙы кисеп һалабаштарын алып килеп, үткер бысаҡ менән ҡабыҡты ярыуы булды, ҡырып йыуылған иҙәнде хәтерләткән йүкә ҡайырыһы күренде. Ағайыбыҙ уны нәҙек итеп һыҙырып алды, ошо һыҙырылған әйбер йүкә йыуғысы булып сыға ла инде. Артабан уны йылғала яҡшылап йыуалар ҙа, һуҙып, бер аҙ тетәләр. Киптереп алһаң, йүкә әҙер тигәнде аңлата. (Был яҡтарҙа һалабашты йүкә тип йөрөтәләр). Кемдер уны мунсала йыуғыс итеп файҙаланһа, ҡайһы бер хужабикәләр ҡаҙан, һауыт-һаба йыуыу өсөн ҡуллана. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән эштең үҙ нескәлектәре етерлек. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдә­ренең төпкөл ауылдарҙа ошоғаса һаҡланыуы иғтибарға лайыҡ. Иң мөһиме – уға тоғро ҡалыусылар барында һалабаш батырыу­сылар ҙа, йүкә эшләүселәр ҙә буласаҡ.









Вернуться назад