Илебеҙҙә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды. Уның шыма ойошторолоуы, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырмауы, әлбиттә, әҙерлектең алдан уҡ алып барылыуы тураһында һөйләй. Баймаҡ районында ла кампанияның уңышлы үтеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Шул турала 1-се Этҡол ауыл хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе, иҫәпсе Арсен Байымов һөйләй.– Әгәр йәшәү бер көрәшһеҙ, теләгәнсә еңел булһа, бушлыҡ менән тулыр ине беҙ төҙөгән матур донъя, – тип башланы һүҙен Арсен Хөрмәт улы. – Шағирҙың әйткәндәрен ни өсөн килтерәм, яҡташтарымдың үҙҙәре ҡорған донъяларына һоҡланыуым сикһеҙ, өй беренсә йөрөгәндә быларҙың барыһына ла шаһит булынды.
Иҫәп алыуҙың үтә лә яуаплылығын тойоп, шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙемде һынап ҡарау маҡсатында ошо эшкә тотондом. Был яҡтарҙағы һөйләш буйынса әйткәндә, беҙҙең ише шәп егеттәр бар саҡта ниңә ҡурҡып торорға, барыһы ла ҡулдан килерлек тәбаһа.
Үҙем тыуып үҫкән һәм ғүмер иткән 1-се Этҡол, шулай уҡ халыҡ телендәге Шырмай (рәсми исеме – Ғәҙелбай) ауылдары һәм Шүлкә утарында эшләнем. Миңә барлығы 481 объектты йөрөп сығырға тура килде. Шуға шатланам: олоһо ла, кесеһе лә беҙҙе, дәүләт вәкилдәрен, бик йылы ҡабул итте, һәр һорауыма дөрөҫ итеп яуап бирҙе. Төптән уйлап ҡараһаң, һорауҙарҙың күбеһе көнкүрешкә төбәлгән бит. “Төпсөнөп тора шунда” тигән сәйер ҡарашты бер ҡасан да тойманым. Ҡыҙыҡ инде: ике тиҫтәнән ашыу һорауға кемдер автоматтан атҡан шикелле яуап бирһә, икенселәргә уның өсөн ваҡытты күберәк сарыф итәһең.
Быға тиклемге ошондай ике иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан кеше булараҡ, элекке менән хәҙергене сағыштырыу шәхсән үҙем өсөн бик ҡыҙыҡ. Ысынында баймаҡтарҙың тормошо яҡшырыуға табан бара, техниканың артыуы күҙгә асыҡ ташланды, үҙҙәренән артҡан йәшелсә-емеште нисек тә һатып, аҡсаға әйләндереү уйы менән яналар. Ғәжәп, теплицалар ҙа күбәйгән. Ә инде умарталыҡтарҙың күренеүенә нисек һөйөнмәҫкә!