Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте ғинуар айына мәғлүмәттәр бирҙе: Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән байтаҡҡа юғарыраҡ.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ошо турала үҙенең блогында былай тип яҙа:
“Беҙҙә һандар түбәндәгесә: быйыл ғинуарҙа былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 108 процент, ғинуарҙа былтырғы декабргә ҡарата 102,8 процент булған. Республикабыҙ — илдә ыңғай күрһәткестәргә ике осраҡта ла эйә булған берҙән-бер төбәк. Миҫал өсөн Рәсәй буйынса уртаса һандар: ғинуарҙа былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата — 103,8, ә быйылғы ғинуарҙа былтырғы декабргә ҡарата — 90,2 процент. Эште яҡшы башланыҡ. Артабан да үҫеште кәметмәҫкә кәрәк”.
А. ХӘЛИЛОВ.