Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Павел Бармин Алжирға сәфәрҙе уңышлы һәм һөҙөмтәле тип атаны. Сәфәр Хасси-Мессауд ҡалаһында уҙғарылған II Халыҡ-ара нефть һәм газ күргәҙмәһенә арналды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Башҡортостандың эшлекле даирәләре делегацияһы 5 — 13 мартта Алжирҙа булғайны. Делегацияға сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов етәкселек итте. Уның составына шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Наил Ҡотлогилдин, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Павел Бармин инде.
Халыҡ-ара нефть һәм газ күргәҙмәһендә ҡатнашыуҙан тыш, делегация ағзалары Рәсәйҙең Алжирҙағы илсеһе, дәүләт компаниялары етәкселәре, энергетика министрлығы вәкилдәре менән осрашты. Башҡортостандың геологик разведкалау, нефть һәм газ сығарыу, углеводород сеймалы ташыу, белгестәр әҙерләү өлкәһендә предприятиеларҙың мөмкинлектәрен күрһәтеү, Алжир баҙарына сығыу өсөн урындағы эшҡыуарҙар менән бәйләнештәр булдырыу — сәфәрҙең төп маҡ саты.
Павел Бармин билдәләүенсә, Башҡортостан предприятиелары Алжир баҙарында эшләргә теләй. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшереү өсөн республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы быйыл Башҡортостанға Алжир делегацияһын саҡырасаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.