Краснокама районының “Йылылыҡ селтәрҙәре” – районда коммуналь хеҙмәттәр күрһәткән иң ҙур ойошмаларҙың береһе. Ул Николо-Березовканы, Ҡуян, Әшит, Ҡарый һәм башҡа ауылдарҙы һыу, йылылыҡ менән тәьмин итә. Күп фатирлы йорттарҙа, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм башҡа объекттарҙа йылы һәм уңайлы булһын өсөн коллектив ҙур көс һала. Уларҙың хәстәрлеге һәм яуаплылығы һөҙөмтәһендә көҙгө-ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылы фатир һәм йорттарҙа көндәлек тормош ғәҙәттән тыш ваҡиғаларһыҙ имен дауам итә.
Был ойошмала тәү сиратта сифат мәсьәләһен хәл итеү, магистраль газ торбалары буйлап өҙлөкһөҙ газ ҡыуыу, ауылдарҙы туранан-тура “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү, уны ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе контролдә тотоу – көнүҙәк бурыс.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” коллективы халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең, етәкселәрҙең тырышлығы менән мәктәптәр, балалар баҡсалары йылылыҡ менән тәьмин ителә. Район хакимиәте етәкселеге алдан күрә белеп, иҫке селтәрҙәрҙе заманса технологияларға, ҡаҙанлыҡтарҙы яңыһына алмаштырыуға республикала тәүгеләрҙән башлап тотона.
Тырыш коллективҡа 2011 йылдан Айрат Мирҡәләм улы Мортазин етәкселек итә. Ул ошо уҡ райондың Яңы Аҡтанышбаш ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлағас, мәктәптә директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Уңған егетте бер аҙҙан хакимиәткә мәғлүмәт-аналитика бүлегенә саҡыралар. Ситтән тороп Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Артабан тырышлығы өсөн Айрат Мортазинды ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөн ул етәкселек иткән коллектив тәжрибәле оҫталарҙан һәм яңы эш башлаған, әммә бурысына яуаплы ҡараған йәш белгестәрҙән тора.
Шулай булмай ни, бында үҙ эшен яҡшы белгән һөнәр эйәләре тупланған.
– Быйыл йылылыҡ селтәре торбаларын тулыһынса алмаштырҙыҡ, ҡулайламалар менән йыһазландырылған заманса насостар ҡуйҙыҡ. Уларҙың эше автоматлаштырылды, – тип һөйләй ойошма етәксеһе Айрат Мортазин. – 2012 йылда уҡ яңы ҡаҙанлыҡтарға күстек. Һәр кем күпме кәрәк, шулай көйләй ала. Был йәһәттән сығымдар күпкә кәмене. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү артмаһын тип тырышабыҙ. Мәҫәлән, 2015 йылда һыуға сығымы – өс, электр энергияһына – 17, газға 11 процентҡа кәмене. Автоматлаштырылған заманса ҡорамалдар хәүефһеҙлек йәһәтенән дә отошло.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” коллективы төбәктең социаль үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, халыҡты хеҙмәтләндереүгә, эшселәренә ҙур яуаплылыҡ тоя. Айрат Мирҡәләм улы алдынғы хеҙмәткәрҙәрен телгә алып китте: Рәфит Сәләхов, Женя Яковлев, Леонид Мансуров, Сергей Николаев, Рәмзилә Фәрхетдинова, Альбина Мусина, Зәлиә Аллаярова, Хәмит Абдрафиҡов, Петр Изибаев, Сергей Федоров, Иосиф Мөхәмәтшин, Гөлнара Шаверская, Артур Ғәлләмов, Константин Исинбаев, Владислав Сәләхов. Бында йәмғеһе 56 кеше эшләй.
– Былтыр һыу селтәрен дә беҙгә ҡуштылар. Элекке “Комводсервис”ҡа ҡараған 80 километр һыу селтәрен, 10 километр ағынты һыу селтәрен хәҙер беҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Ҡуян ҡасабаһында ике һыу станцияһы, бер биологик таҙартыу ҡоролмаһын ҡарайбыҙ. Район хакимиәте ярҙамы менән былтыр Уразайҙа автоматлаштырылған насос станцияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ үткән йылда Әшит, Ҡарый ауылдарында яңы һыу селтәрҙәре сафҡа инде. Үҙәк һыу селтәрендә ике-өс километр торбаларҙа яңыртыу эшләнде, – тип таныштыра Айрат Мирҡәләм улы.
Айрат Мортазин – булдыҡлы етәксе генә түгел, ғаиләһендә дүрт улына һәм бер ҡыҙына хәстәрлекле атай ҙа. Өлкән улдары бөгөн иҡтисад һөнәре буйынса Ҡазанда аспирантурала уҡыһа, икәүһе иҡтисад, информатика йүнәлешендә юғары белем ала. Айрат Мирҡәләм улының эше районда ғына түгел, республикала өлгө булырлыҡ.