Кисә – фельдшер, бөгөн – эшҡыуар02.08.2016
Фәнисә Нәзирова – Игенйылға ауылында ғына түгел, районда ла билдәле шәхес. Ул – сауҙа өлкәһендә эшҡыуар.
Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре ул. Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылында фельдшер-акушер булып эшләп, инде шаҡтай тәжрибә туплаған ҡатын, яратҡан һөнәрен ҡалдырып, 1999 йылда эшҡыуарлыҡҡа тотона. Ошо ике тиҫтә йыл арауығында ул һатып алыусыларҙың хөрмәтен яулап, ышанысын аҡлап, баҙар иҡтисады талаптарын яҡшы белгән йүнселгә әйләнде.Үҙ эшен Игенйылғала магазин асыуҙан башлай ул. Билдәле, бының өсөн башланғыс капитал кәрәк. Әммә ул ҡайһы берәүҙәр кеүек кредитҡа батып түгел, шәхси хужалығындағы күпләп аҫралған малы иҫәбенә тәүәккәлләгән.Әйткәндәй, ауылда эшҡыуарлыҡҡа беренселәрҙән булып тотонған кеше ул. Колхоз тарҡалып, водитель булып эшләп йөрөгән тормош иптәше Раяз эшһеҙ ҡалғас, был аҙымға барырға йөрьәт иткән һәм яңылышмаған. Ошо арауыҡта ситтән тороп Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән.
– Әлбиттә, эшҡыуарлыҡҡа үҙ мәнфәғәтемде генә ҡайғыртып тотонманым, ә эшһеҙ ҡалған ауылдаштарымдың бер нисәүһенә булһа ла хеҙмәт урыны булдырыу, тыуған төйәгемде һүндермәү, уға йән өрөү маҡсатын да ҡуйҙым, – ти бөгөн ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән Фәнисә Фәнис ҡыҙы.
Булдыҡлы эшҡыуарҙың Ҡотлоғужа, Ҡарамыш ауылдарында ла шәхси магазиндары бар. Фәнисә Фәнис ҡыҙы тора-бара эшмәкәрлеген киңәйтергә уйлай. Ысынлап та, икмәк – көндәлек ризыҡ, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙарға ла хеҙмәт урыны булыр тип, уны асыу өсөн бинаға нигеҙ һалына, һәм күп тә үтмәй ауыл уртаһында икмәкхана ҡалҡып сыға. Уның бер өлөшө цех булһа, икенсе яғында – магазин. Яңы ғына мейестән сыҡҡан эҫе икмәк ошо сауҙа нөктәһе аша һатыла. Бында һигеҙ кеше эш урыны тапҡан. Бына ике йыл инде йүнсел ҡатын ауылдаштарын, район, ҡала халҡын тәмле икмәк-ҡаластары, бәлештәре менән һыйлай. Бәләкәй икмәкханала эш ике сменала ойошторолған. Дүрт ҡатын-ҡыҙ алмашлап көндөҙ бәлеш, ә төндә икмәк бешерә. Көн дә иртән ике икмәк ташыу транспорты Красноусол һәм Стәрлетамаҡтың сауҙа нөктәләренә юллана. Ҡалала – 24, Красноусол һәм Табын ауылдарында 10-лап сауҙа нөктәһендә “Нәзирова” шәхси предприятиеһы ризыҡтары ҙур һорау менән файҙалана. Магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай, тиҙ һатылып бөтә.
Сифатына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр, кире ҡайтарыусылар юҡ. Икмәк үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелә. Эштә уға дәртенә дарман биреп торған тормош иптәше Раяз Рәшит улы, ғаиләһе менән Урал улы, БДУ-ның 4-се курсында белем алған, әле йәйге ялға ҡайтҡан ҡыҙы Әлиә ярҙамлаша. Хужалыҡтары ла ярайһы ҙур: күпләп мал-тыуар, 40-лап баш һарыҡ, шунса тауыҡ аҫрайҙар. Бөгөн Фәнисә Фәнис ҡыҙының күңеле күтәренке. Хыялы тормошҡа ашыуына, үҙ коллективы булыуына сикһеҙ шат ул.