Бесән етерлек булғас, ҡыш туҡ уҙыр26.07.2016
Бесән етерлек булғас, ҡыш туҡ уҙыр Фәнүр Сәйәхов кеүек эшен өр-яңынан башлап, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ал-ял белмәй тырышыуҙы һәр кем дә булдыра алмай. Төплө аҡыллы, көслө рухлы кеше генә үҙ маҡсатына ирешә. Ул, мәҫәлән, башҡалар өсөн дә эш урындары барлыҡҡа килтерә. Уның кеүек тырыш һәм уңған кешеләр булғанда ғына ауылдың киләсәгенә ышаныс арта.

Фәнүр Фәнүз улы бик тыйнаҡ әңгәмәсе булып сыҡты. Ауыл кешеләре тап шундай булалыр инде, күрәһең.
– Аксен ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен алғас, тыуған хужалығыбыҙҙа эшләй башланым. Предприятие бөтөрөлгәнгә тиклем бригадир булдым, – тип иҫкә алды ул. – Һуңынан берәй кәсеп табыу тураһында уйлай башланым. Ауылда йорт-ҡураны тәртиптә тоторға, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы ҡарарға кәрәк. Мин дә үҙем белгән эш менән шөғөлләнергә булдым.
– Ауырлыҡтар булды, әлбиттә, улар бөгөн дә бар, -– тип һүҙен дауам итте фермер минең ни тип әйтергә теләүемде аңлағандай. – Дәүләтебеҙҙең ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибар бүлеүе һәм ярҙам күрһәтеүе яҡшы. Ике йыл элек “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостанда яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” маҡсатлы программа­һында ҡатнашып, ит малсылығын үҫтереүгә 1 417 500 һум грант алдым. Әлбиттә, бындай ярҙам бик ярап ҡалды.
Никифар ауылынан алыҫ түгел баҫыуҙа мал аҙығы әҙерләү эштәре бара. Фермерҙың бесәнлеге 112 гектарҙы биләй, шуларҙың 80 гектарына күстерә сәселгән, ҡалған майҙанда туғай үләндәре үҫә.
Ҡыҙыу ҡояш нурҙары аҫтында күстерә яҫмаларға һалына. Был күп йыллыҡ үлән быйыл бигерәк бейек булып үҫкән. Бесән кибеү менән, Фәнүр Фәнүз улы уны төргәккә төрөп, фермаға алып барасаҡ. Эш өсөн бөтә кәрәкле техниканы – пресс-йыйғысты, бесән сапҡысты һәм тейәгесте ул грант иҫәбенә һатып алған. Шулай уҡ симменталь тоҡомло 25 баш тана ҡайтартҡан.
Уның хужалығы бик ҙур – эшләп кенә өлгөр! Бөгөн бында 45 баш эре мал, шул иҫәптән 25 һыйыр иҫәпләнә. Үҙе ҡасандыр һатып алған фермала һимертеү төркөмө аҫрала. Һыйырҙар һәм йәш малдар йәйләүҙәргә сығарылған. Фермер быҙауҙарҙы имеҙеп үҫтереү алымын ҡуллана. Ошондағы туғайҙарҙа уның 30 аты йөрөй, шуларҙың 15-е – һауын бейәһе.
Тормош иптәше Әлфиә Альберт ҡыҙы шифалы эсемлек – тәмле ҡымыҙ әҙерләй. Йәйге ял ваҡытында, ә ул Никифар урта мәктәбендә баш­ланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, иренә ярҙам­лаша. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығының ҡатыны уның уң ҡулы булырға тейеш. Өлкән балалары – Ләйсән менән Урал, белем алып, Өфө ҡалаһында эшләй. Кесе ҡыҙҙары Алһыу Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡый. Мөмкинлек булған һайын улар ҙа ата-әсәләренә ярҙам итергә тырыша.
Эшһөйәр ғаилә әҙер ҡымыҙҙы ауылдаштарына һата. Ә бына итте Өфө ҡалаһы баҙарҙарына оҙаталар. Сифатлы продукция бында ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Бөтә был бурыстарҙы бер кешегә генә башҡарып сығыуы ауыр, шунлыҡтан фермер үҙенә ярҙамсылар алған. Уларҙы хеҙмәт кодексына ярашлы эшкә ҡабул иткән. Ул көтөүсе Дамир Вәлиуллиндың, һауынсы Гөлнара Камалетдинованың эшенән бик ҡәнәғәт.
Бына шулай Фәнүр Фәнүз улы алдына ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашыра бара. Киләсәктә ул һыйыр малы һанын 70 башҡа тиклем арттырырға, ҡымыҙ етештереүҙе киңәйтергә ниәтләй. Тырыш фермер мотлаҡ уйлағанын тормошҡа ашырыр. Ул ниндәй генә эшкә тотонмаһын, һәр ваҡыт аҙағына еткерә.







Вернуться назад