Ҡырымға автосәйәхәт15.07.2016
Ҡырымға автосәйәхәтОшо көндәрҙә Башҡортос тандың баш ҡалаһы Өфөнән еңел машиналарҙа тиҫтәләгән ҡыҙ-егет Ҡырымға ҡарай юл алды. “Барыһы ла мөмкин!” тигән девиз аҫтында улар ун көндә 5000 саҡрым юл үтергә ниәтләй.


Автосәйәхәттә ҡырҡлап кеше ҡатнаша. Волгоград, Керчь, Севастополь, Белогорск кеүек герой-ҡалалар аша уҙып, яугир ата-бабаларыбыҙҙың иҫтә­легенә сәскә һалыуҙы ла маҡсат итеп алған улар. Сарала башҡорт этно-рок төркөмө “Арғымаҡ” һәм Рәсәй йондоҙ­ҙары менән бергә регги, хип-хоп, фанк һәм рок элементтарын үҙ эсенә алған “Виа Чаппа” (Via Chappa) төркөмө ҡатнашыуы айырыуса ҡыуан­дыра. Ҡырым халҡына башҡорт мәҙәниәтен танытыу маҡса­тында әлеге ҡалаларҙа бай концерт программаһын тәҡдим итәсәк улар.
Йәйге ялын фәһемле үткәрергә ниәтләгән милләт­тәштәребеҙ шулай уҡ авиа­шоуҙа һәм яу үткән юлдарҙа спелеологик-археологик экспе­дицияларҙа ҡатнашып, сәйә­хәтен Судак ҡалаһының диңгеҙ ярында тамамлаясаҡ.
Ә әлегә беҙҙең менән бәйләнештә – авто­сәйә­хәтсе­ләрҙең үҙҙәре.
“Арғымаҡ” төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов:
– Сәләм, Башҡортостан! Әле беҙ Волгоградта. Кисә ҡаланың үҙәк майҙанында башҡорт рухын, мәҙәниәтен, асылын сағылдырған концерт булды.
Йөрөгән һәр еребеҙҙә яңы танышлыҡ булдырып, тари­хыбыҙ, йолаларыбыҙ хаҡында һөйләп йөрөйбөҙ. Беҙҙе бик ихлас ҡабул иттеләр, бик шатбыҙ!
Айгиз Ханов:
– Өфөнән 11 июлдә ҡуҙғалдыҡ, беҙҙе матур итеп оҙатып ҡалдылар. Был авто­сәйәхәттең маҡсаты – ғаилә һәм дуҫлыҡ ҡиммәт­тәрен тулы матур­лығында пропагандалау, яугир ата-баба­ларыбыҙ үткән юлдар­ҙан уҙып, уларҙы иҫкә алыу, үҙебеҙҙең милләттең йөҙө, мәҙәниәте менән таныштырыу.
Кисәге көнөбөҙ тәрән кисереш­тәргә бай булды, концертты һәр баш­ҡорт­ҡа доға бәрәбә­рендәге “Урал” халыҡ йыры менән башланыҡ. Илап тыңланы тамашасылар. Тимәк, үҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек. Үткәненә ихтирамлы милләт кенә милләт булырға лайыҡлы!




Вернуться назад