Тәбиғәт аҡсаһыҙ ҙа матур13.07.2016
Тәбиғәт аҡсаһыҙ ҙа матурБашҡортостанда эске туризмды үҫтереү программаһын 53 миллион һумға кәметтеләр. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, был ҡыҫҡартыу күберәген социаль туристарға ҡағыла.

Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамай, “Башҡортостанда эске һәм күсмә туризмды үҫтереү” программаһын тағы оҙайттылар. 2017 йылға ошо документты тормошҡа ашырыу өсөн ҡаҙнанан 75,1 миллион һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 11 миллион һум бүлеү планлаштырыла.
– Ә быйылғы ҡыҫҡартыу барлыҡ дәүләт программаларына сығымды 10 процентҡа кәметеү менән бәйле, – ти комитет рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов.
Бөгөнгә туризмды үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй програм­ма­һына индерелгән 112 проекттың 56-һы ғына федераль ҡаҙнанан финансланды, улар араһында Башҡортостан­дыҡылар юҡ. Ил Хөкүмәте яңыраҡ туризмды үҫте­реү программаһына бер нисә миллиард һум өҫтәп бирергә ҡа­рар итте (әлегә ул аныҡлан­маған, ләкин һүҙ өс миллиард һумға тиклем ярҙам тураһында бара). Был аҡсаның бер өлөшөнә беҙҙең республика ла өмөт итә.


Вернуться назад