Форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа13.07.2016
Форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡаУчалы, Белорет, Благовещен һәм Нефтекама. Ошо дүрт ҡаланың социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмәләргә әйләнеүе мөмкин. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер генә тармаҡ нигеҙендә барлыҡҡа килгән бындай ҡалалар араһында өҫтөнлөклө биләмәләр арта барасаҡ.

Бындай мөмкинлек “Рәсәй Федерацияһында социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе территориялар тураһында“ғы федераль законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә тыуҙы. Элегерәк бындай биләмә тип иғлан итеү бер яҡлы үҫешкән һәм шул арҡала ҡатмарлы хәлгә тарыған ҡалаларға ғына ҡағыла ине, бөгөн иһә иҡтисади йәһәттән өҫтөнлөк биргәндә тармаҡ үҙенсәлектәре төп шарт итеп ҡуйылмаясаҡ.
Башҡортостанда бындай статус әлегә ике ҡала – Күмертау һәм Бәләбәй – өсөн генә тулыһынса раҫланған. Уларҙың тәүгеһе элекке “Башкируголь” берекмәһе һәм артабан авиация заводы өсөн төҙөлһә, икенсеһенең иҡтисади нигеҙен автомобиль запчастары етештереүсе “Автонормаль” тәшкил итте. Ләкин баҙар ҡанундары үҙгәреп тора, һәм бер генә предприятиеға ҡарап торған ҡалалар шул арҡала йыш ҡына ауыр хәлдә ҡала. Уларҙа эшһеҙлек тә ҙурыраҡ, килем дә аҙыраҡ.
Иҡтисади өҫтөнлөк биреү был биләмәләрҙәге эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙыра, ситтән килгән барлыҡ инвесторҙар өсөн дә һалым ташламалары ҡарала. Тик был инвестиция ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятиеларға ҡағы­лырға тейеш түгел. Тиҙ үҫергә ярҙам итәсәк өҫтөнлөк 10 йылға бирелә, иҡтисади һөҙөмтә күрһәтә алһа, ҡала өсөн ул тағы биш йылға оҙайтылырға мөмкин.


Вернуться назад