Ҡара сиңерткә менән көрәшеп12.07.2016
Ҡара сиңерткә менән көрәшепРайонда беренселәрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә төшкән “Күсем” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре көндө төнгә ялғап, аяҙ көндөң бер минутын да әрәм итмәҫкә тырышып эшләй. Бер юлы ике тәбиғи сабынлыҡта эш ҡайнай: тәүгеһендә Наил Фәхрисламов менән Радик Билалов күпереп үҫкән хуш еҫле үләнде сапһа, Байым янындағы туғайлыҡта төктәргә һалынған бесәнде механизаторҙар Ниязғол фермаһына ташый. Хужалыҡ етәксеһе Әхәт Мортазин әйтеүенсә, 300 гектар майҙанда бесән сабылған, 200 тонна мал аҙығы әҙерләнгән.


– Йәшел масса әҙерләүгә тотонасаҡбыҙ. 300 гектар майҙанда сенаж өсөн көнбағыш сәстек, етерлек күләмдә люцерна ла әҙерләһәк, оҙон ҡыш ҡурҡыныс булмаясаҡ, – тип йылмайҙы Әхәт Рафиҡ улы. – Ҡышын был культура ярҙамында һауымды кәметмәй, киреһенсә, арттырыуға өлгәштек — ике тоннаға яҡын һөт алдыҡ. Әле хужалыҡта 560 баш эре мал бар, шуның 200-ҙән ашыуы – һауын һыйырҙары. Көндәлек һауым 10 литрҙан ашыу тәшкил итә, һөттөң әлегә мул сағы, малдар тәүлек әйләнәһенә йомшаҡ һутлы үлән ашай. Тик ҡара сиңерткәнең беҙҙең баҫыуҙарға ла килеп етеүе бер аҙ кәйефте ҡыра.Ҡара сиңерткә менән көрәшеп
Яғыулыҡ, запас частар етерлек, техника менән дә өҙөклөк юҡ. Әйткәндәй, хужалыҡҡа ярҙамға “Урал аръяғы Агро-МТС”-ының Әбйәлил филиалы хеҙмәтсәндәре килгән. Ике тиҫтә йылға яҡын көс түккән Наил Хәйбуллиндың кәйефе яҡшы, күңеле көр күренә. “Быйыл бесән ҡуйы, көндәр ҙә аяҙ тора. Бер-ике көндән “йәшел ураҡ”ты тамамларбыҙ”, – ти тәжрибәле механизатор. Ғаяз һәм Илдар Әхтәмовтар, Даян Сөләймәнов, Ирғәле Мәхмүтовтар ҙа ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләй. Баҫыу батырҙары өсөн көнөнә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған, дәртләндереү саралары булдырылған.Ҡара сиңерткә менән көрәшеп
Райондың баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, район буйынса мал аҙығы әҙерләү йылдам бара, күп хужалыҡтарҙа сенаж һалыу башланған. 19 мең гектар майҙанға ҡара сиңерткә ябырылыу сәбәпле, Әбйәлил районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Әле ҡоротҡостарҙан ҡотолоу саралары буйынса маҡсатлы эш алып барыла.






Вернуться назад