Шаран районында һөттөң 70 проценты крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарҙан йыйылаРайонда ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Шуға ла улар
тауар етештереү һәм һатыу күләмен тотороҡло рәүештә арттыра бара. Төбәктә халыҡтан һөт йыйыу ҙа яҡшы ойошторолған, был йәһәттән шарандар күп йылдар республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй.Мал һаны кәмеһә лә, халыҡ аҡты күберәк һатаШуны әйтергә кәрәк: районда әҙерләнгән һөт аҙыҡтарының ҙур ғына өлөшө яуаплылығы сикләнгән “Шаран һөтө” йәмғиәтенә тура килә. Шуның өсөн дә беҙ башта ауыл иҡтисадын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә ошо предприятиеға һуғылып үтеүҙе хуп күрҙек. Уның директоры, танылған эшҡыуар Александр Иванов берҙәм коллективтың эше менән таныштырҙы.
— Беҙ бит хәҙер заманса, ҙур етештереү ҡеүәтенә эйә булған “Саҡмағош һөт заводы” йәмғиәтенең филиалына әйләндек. Уларҙың ҡанаты аҫтында күпкә отошлораҡ, – тине Александр Сергеевич. – Беҙҙең предприятиела һөттө тәү ҡатҡа эшкәртеү һәм һыуытыу яйға һалынған.
Саҡмағоштағы заводҡа тик яҡшы сифатлы продукция оҙатабыҙ. Һуңғы ваҡытта филиалда ҙур үҙгәрештәр булды. Инвесторҙар ярҙамында цехтағы һөт һыуытҡыс ҡорамалдары тулыһынса яңыртылды, Швецияла сығарылған 10-ар тонна һыйҙырышлы резервуарҙар ҡуйылды. Үҙебеҙҙең аҡсаға һөт ташый торған ике автомобиль һатып алдыҡ. Ауылдарҙа фермер хужалыҡтарынан һәм халыҡтан йыйылған продукцияны ҡабул итеү ике-ике сәғәт ярымдан артыҡ ваҡытты алмай. Әҙерләнгән һөттө шунда уҡ һыуытыу өсөн танктарға ҡоябыҙ. Продукцияны тәү ҡатҡа эшкәртеү өсөн беҙҙә махсус фильтрҙар ҡулланыла. Шуға заводҡа оҙатҡан һөттөң сифатына ла һүҙ тейҙерерлек түгел.
Ә районда “Шаран һөтө” предприятиеһы өсөн эш ҡоласы етерлек. Быйыл улар ауылдарҙағы 16 һөт йыйыусы менән килешеү төҙөгән. Директор телгә алыуынса, Дүртөйлө, Ерекле, Салмалы, Шаран, Аҡбарис ауыл Советтары биләмәләренән килгән һөт ағымы мул ғына. Шулай уҡ райондағы байтаҡ күмәк хужалыҡтар ҙа “Шаран һөтө” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеүгә күскән. Улар араһында “Шаранагрогаз”, “Закир”, “Фәйзуллин” кеүек эре етештереүселәр ҙә бар.
– Бына кисә 16 тонна һөт ҡабул иткәнбеҙ, – ти Александр Сергеевич. – Барыбер халыҡтан һөт күберәк йыйыла, һандар ҙа шул хаҡта һөйләй. Бына ай башынан һөт һатҡан өсөн шәхси секторға ике миллион һумдан артыҡ аҡса яҙылған. Ә инде күмәк хужалыҡтарҙан бер миллион 600 мең һумлыҡ продукция ҡабул иткәнбеҙ. Быйыл тағы шундай хәл күҙәтелә: шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмей, шул уҡ ваҡытта һөттө улар былтырғыға ҡарағанда күберәк һата. Күренештең асылы шунда: ағымдағы йылда һатып алыу хаҡы һиҙелерлек күтәрелде. Был ауылдағы ваҡ хужалыҡтар өсөн яҡшы стимул булып тора. Ҡулына тере аҡса алыр өсөн халыҡ һөттө күберәк һатырға тырыша ла инде. Ҡышҡы айҙарҙа беҙ бер килограмм аҡ өсөн 15 – 16 һум түләһәк, йәйге муллыҡ осоронда һөт йыйыусы эшҡыуарҙар менән 14 һумдан иҫәпләшәбеҙ. Сумманы уларға ваҡытында күсереп барабыҙ, ә халыҡҡа аҡсаны улар үҙҙәре таратып бирә. Беҙ әҙерләүселәргә йыйылған бер литр һөттән бер һумды үҙҙәрендә ҡалдырырға тәҡдим итәбеҙ. Ғәҙәттә, улар шулай эшләй ҙә.
Форсаттан файҙаланып, директор предприятиеның уңышлы эшләүенә булышлыҡ иткән алдынғы һөт йыйыусыларҙы ла атап үтте. Дүртөйлө ауыл Советынан Нәзилә һәм Фәнил Сәлиховтар бәйгелә бер кемгә лә ал бирмәй. Улар айырым көндәрҙә 1,7 тонна һәм унан да күберәк продукция йыйып тапшырыуҙы ғәҙәткә әйләндергән. Йомаҙыбаштан Мәүлетйән Хәбиров һәм Салмалынан Рафаэль Ғилфанов уларҙан бер аҙға ғына ҡалыша.
– Бына Сәлиховтар июндә халыҡтан 550 мең һумлыҡ һөт йыйған. Был ҙур ғына сумма. Улар тапшырған һөттөң сифаты өсөн дә беҙҙең күңелебеҙ тыныс. Уңғанлыҡтарына, эшкә яуаплы ҡарауҙарына һоҡланам. Ә бит ауылдағы төрлө кешеләр менән эшләүе әҙерләүселәргә бер ҙә еңелдән түгел, – тип ҡуйҙы Александр Сергеевич.
Рафаэль Ғилфановты беҙ предприятиеның цехында тап килтерҙек. Ул үҙе бөгөн халыҡтан йыйған 1,3 тонна продукцияны алып килгән.
– 13 йыл ошо эш менән мәшғүлмен. Бындағы цехта йыйылған һөттө махсус һауыттарға бушатабыҙ. Аҙаҡ уны фильтрҙар аша үткәреп, танктарға ҡоялар һәм өс-дүрт градусҡа ҡәҙәр һыуыталар, – тине ул. – Мин үҙем Салмалы, Дүрмән, Ҡыр-Теләүле һәм Тамъян ауылдарын хеҙмәтләндерәм. Уларҙа 100-ҙән артығыраҡ хужалыҡ һөт бирә. Халыҡта хәҙер етештергән продукцияһын күберәк һатыуға ҡыҙыҡһыныу бар, элекке ваҡыттағы кеүек берәүҙе лә өгөтләп тораһы юҡ. Александр Сергеевич һеҙгә хаҡ әйткән, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмеһә лә, халыҡ һөттө мул һата. Ҡиммәтле продукцияға хаҡты күтәреп быйыл бик дөрөҫ эшләнеләр.
Эшкә намыҫ менән ҡарағас... Әлбиттә, Беҙ Бурһыҡ ауылында булып, районда иң алдынғы һөт йыйыусылар Нәзилә һәм Фәнил Сәлиховтарҙы күрмәйенсә китә алманыҡ. Улар 15 йыл ошо мәшәҡәтле эш менән шөғөлләнә. Үҙ көсөнә таянып йәшәгән ауыл халҡы бының өсөн бик тә рәхмәтле. Башта хужабикә хосуси секторҙан һөт йыйыуҙа инициативаны үҙ ҡулына алған, байтаҡ йылдар ул шәхси эшҡыуар булып та йөрөгән. Ул үҙе Бурһыҡ ауылында халыҡты хеҙмәтләндерһә, тормош иптәше бортлы “УАЗ” автомашинаһы менән иртән иртүк Дүртөйлө, Йәрәмкә, Һарыһаҙ яҡтарына сығып китә торған булған.
– Эйе, был эште үҙем башлап ебәргәйнем, – тип телгә алды Нәзилә Ноғоман ҡыҙы. – Тик былтыр ҡаты сирләп, ауыр операция үткәрҙем. Шунан бирле эшләмәйем, “дилбегә”не ныҡлап Фәнилдең ҡулына тотторҙом. Мин уға хәҙер иҫәп-хисап эштәрендә генә ярҙамлашам.
Тәүге һүҙҙән үк Сәлиховтарҙың эшлекле булыуҙары күренеп тора. Олоғая төшһәләр ҙә, һаман да үҙҙәренең иңенә йөкмәтелгән эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайҙар.
– Инде өсөнсө “УАЗ” автомашинаһын туҙҙырам, – ти хужа кеше. – Былтыр шул техника ватылғайны — “Шаран һөтө” предприятиеһында хәлгә кереп, үҙҙәренең автомобилен биреп торҙолар. Ике айға яҡын уны файҙаландым. Бортлы “УАЗ” бит туғыҙ центнер йөк тейәүгә иҫәпләнгән. Ә мин ике тонна самаһы йөк менән йөрөйөм. Бортҡа ултыртылған һауытҡа 1,3 тонна һөт һалырға була, ҡалғанын инде феләктәргә ҡоябыҙ. Бына бөгөн бер тонна 575 килограмм һөт тапшырып ҡайттым. Был айҙа ҡабул итеү пунктына ике тонна продукция илткән көндәр ҙә булды.
Йәй эште иртәнге сәғәт 5-тә башлайым, үҙем хеҙмәтләндергән биш ауылды әйләнеп сығып, 10-11-ҙәргә Шаранға барып етәм. Йәһәт ҡыланғас, ҡыҙыу көндәрҙә лә һөттөң әсегәне юҡ. Беҙ эшкәртеүселәргә тик яҡшы сифатлы һөт тапшырабыҙ.
– Беҙҙең эштең дә үҙ тәртибе бар, – тип шул урында әңгәмәне ялғаны Нәзилә ханым. – Һатып алыу хаҡтары продукцияның сифатына бәйле. Кемдең һөтө ҡуйыраҡ, ул аҡсаһын да күберәк ала. Йыйғанда уҡ беҙ аҡтың сифатын тикшерәбеҙ, анализ алабыҙ. Цехтағы лабораторияла кемдең ниндәй һөт тапшырғаны, бәғзе кешеләрҙең феләккә ҡойғанда айыртылғанын да ҡушып ебәреүе — барыһы ла аныҡ билдәләнә. Аҙаҡ анализын уларҙың үҙҙәренә ҡайтарып бирәбеҙ. Шикле кешеләр йә һөт биреүҙән туҡтай, йә аҡыл инеп, яҡшы сифатлы продукция тапшыра башлай. Әгәр кемдер һаман беҙҙе алдарға маташһа, ул кешенән һөт алмайбыҙ. Ә күпселек халыҡ беҙҙә тәртипкә күнеккән, улар менән эшләүе лә еңел. Тик һуңғы осорҙа көндәр ҡоро торғанлыҡтан, һөттөң ҡуйылығы кәмене. Ә былай йәйге осорҙа шәхси секторҙан йыйылған шул төр продукцияның хаҡы 12–13 һумдан кәм түгел.
Һөйләшкән арала хужабикә үҙенең ҡуйын дәфтәренә лә күҙ һалып алды. Йылдың тәүге яртыһында улар халыҡтан 1200 центнер һөт йыйып тапшырған. Был инде ауыл кешеләренең ғаилә бюджетына 1 миллион 650 мең һум аҡса ингән тигән һүҙ.
– Былтыр беҙҙең күрһәткестәр яҡшыраҡ ине. Үкенескә күрә, хәҙер ауылдарҙа ла олораҡ йәштәге кешеләр һыйыр аҫрамай, – ти Нәзилә ханым. – Быйыл Дүртөйлөлә генә шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны артты, сөнки унда “Фәйзуллин” йәмғиәте етәкселәре мал аҙығы менән халыҡҡа ныҡ ярҙам итә. Матди ҡыҙыҡһыныу булғас, ауыл кешеһе продукцияны күберәк һатырға тырыша. Минең дә күп һөт тапшырған ихаталарҙы атап үтәһем килә. Бына Бурһыҡтан Малкановтар көн һайын беҙгә 30-40 литр һөт ҡоя. Уҙған айға улар шуның өсөн 16 мең һум аҡса алды. Дүрт һыйыр һауған Наташа Сөләймәнова ла уларҙан ҡалышмай тиерлек. Йәрәмкә ауылынан малдары ишле булған Нурия Фәррәхова менән Фәйрүзә Харисова ла һөттө беҙгә күп бирә. Һанай китһәң, күптәр иртән минең иптәшемде тулы биҙрәләре менән көтөп ала. Иң аҙ һөт тапшырыусы ла айына биш мең һум табыштан ҡалмаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙерге көндә һөт һатыу ауыл халҡы өсөн ышаныслы килем сығанағына әйләнде.
Сәлиховтарҙың тырышлығы менән Бурһыҡ, Дүртөйлө, Йәрәмкә, Һарыһаҙ ауылдары халҡы аҡсаһыҙ ултырмай. Тормошта бит төрлө хәлдәр була: ихтыяждары килеп тыуғанда кешеләргә аҡсалата аванс та биреп сығаралар икән. Ғөмүмән, был эш ике яҡҡа ла файҙалы. Нәзилә Ноғоман ҡыҙы күҙаллауынса, быйыл улар халыҡҡа өс миллион һум тирәһе һөт аҡсаһын алып ҡайтып таратасаҡ. Шуның өсөн дә уларҙың эше тик маҡтауға лайыҡ. Ни тиһәң дә, һөт йыйыуҙы яҡшы ойоштороу ауыл кешеләренең тормош хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.