Болондарҙа бесән еҫе...06.07.2016
Болондарҙа бесән еҫе...Ауыл эшсәндәренең төп иғтибары бөгөн мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Уның бар төрөнөң йыл ярымлыҡ запасын туплау һәр ерҙә төп маҡсат итеп ҡуйылған. Көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, краснокамалар күп йыллыҡ үлән бесәнен төргәктәргә йыйып, фермалар янына илтеү йүнен күрә, малсылыҡ комплекстары эргәһендәге соҡорҙарҙы һутлы сенаж менән тултыра. Ҡыҫҡаһы, көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.

“1 Май” хужалығының тау битендәге 300 гектарлыҡ “Ғөмүрек” яланындағы күпереп уңған кәзә үләне алыҫтан уҡ зәңгәрһыу булып күренеп ята. Үҙйөрөшлө “Полесье” комбайнына, яңы сабылған хуш еҫле үлән тейәлгән машиналарҙың бер-бер артлы малсылыҡ ҡуралары яғына ыңғайлауына оло юлдан үтеүселәр һоҡланып ҡарап уҙа. Үҙенән алда килгән “КамАЗ” арбаһының тулғанын көткән “ЗиЛ-130” машинаһы янында туҡталдым.
– Виталий Тимиров булам, – тип таныштырҙы үҙе менән кабинанан төшкән ир-уҙаман. – Дүрт машинала үләнде сенажға ташыйбыҙ, комбайн буш тормаһын өсөн йәһәт әйләнергә тырышабыҙ.
Үҙенең Шушнур ауылынан икәнен, шофер булып дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләүен генә әйтеп өлгөрҙө лә Виталий машинаһын комбайн торбаһы аҫтына йүнәлтте. “Полесье” менән идара иткән Камил Мазмаев иһә, буш машинаның килеп еткәнен күреп, тиҙлеген кәметмәйенсә тиерлек эшен дауам итте. Тураҡланған йәшел масса өҙлөкһөҙ ағым булып арбаға түгелде. Комбайн тейешле араны бер урауға Виталийҙы үҙ бушатҡыслы “КамАЗ”-да Винер Йоносов алмаштырҙы. Тиҙҙән оло юлдан баҫыуға ҡарай тағы ла бер буш машина килгәне күренде...
Һутлы мал аҙығы хужалыҡтың Шушнур ауылы ҡаршыһындағы малсылыҡ комп­лексы эргәһендәге соҡорҙа туплана. Бында ла эш үҙ яйы менән бара: яландан килгән машиналар бер-бер артлы тураҡланған үләнде бушата, ә тракторсы Олег Сатаев уны соҡор буйлап таратып, ауыр тракторы менән тығыҙлап тапата. Бында ҡул көсөнөң бөтөнләй кәрәге юҡ, бар нәмәне техника башҡара.
Эш барышын фотоға төшөргән арала хужалыҡ етәксеһе Илгизәр Муллаҡаев та килеп етте. Болондарҙа бесән еҫе...
– Кәзә үләне 300 гектарҙан ашыу майҙанды биләй, – тип һүҙ башланы ул, хәл-әхүәл һорашҡас. – Шуның өстән ике өлөшөн бесәнгә йыйҙыҡ та инде, көндәр аяҙ торғас, сифаты юғары булды. Төргәктәрҙе мал ҡуралары янына ҡайтарып ҡуйҙыҡ, дөйөм алғанда 1500 центнер бесән әҙер. Әле ҡалған майҙандағы шул үләнде сенажға һалыу менән мәшғүлбеҙ. Һауа торошо ҡамасауламаһа, өс-дүрт көндә эште теүәлләргә ниәтләйбеҙ.
Хужалыҡтың 325 баш һыйыр малы бар. Был көтөү өсөн 25 мең центнер һутлы аҙыҡ туплау, туғыҙ мең центнерҙан ашыу бесән әҙерләү ҡаралған. Баш зоотехник Рәшиҙә Дәүләтова һүҙҙәренсә, ҡышлау осоро өсөн төрлө мал аҙығын, дөйөм алғанда, йыл ярымлыҡ күләмдә әҙерләү маҡсат итеп алынған. Икенсерәк әйткәндә, һәр шартлы мал башына иң кәмендә 33 центнер аҙыҡ берәмеге тура килһен өсөн тырышалар бында.
Мал аҙығы әҙерләүгә йәлеп ителгән механизаторҙар хаҡында тейешле хәстәрлек күрелә. Улар көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә, егеттәргә эш нормалары һәм башҡарылғанға түләү шарттары яҡшылап аңлатылған. Ҡыҫҡаһы, уларҙан бары тик тырышлыҡ ҡына талап ителә. Шуға ла һәр йыл һайын был мөһим эштә ҡатнашып, етерлек тәжрибә туплаған тракторсылар һәм шоферҙар аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға ынтыла.


Вернуться назад