“Сәселмәй ятҡан ер юҡ”06.07.2016
“Сәселмәй ятҡан ер юҡ”Баш ҡалабыҙ “илап” ҡына оҙатып ҡалһа ла, Баҡалы яҡтарында көн аяҙ ине.
— Эх, беҙгә лә ямғыр алып килмәнегеҙме, ҡыҙҙар? — тип ихлас ҡаршы алды райондың Мәжит Хәсәнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фәйез Ғәзизов. — Ҡыҙҙыра бит. Яҙ башынан бер генә тапҡыр ямғыр эләкте. Әлдә алдан өлгөрҙөк — 15 майҙа сәсеү эштәрен тамамлағайныҡ. Иртә торған — уңған, ти халыҡ. Быйыл тап иртәләгәндәр отто ла инде.



Ысынлап та, ауыл хужалығындағы уңыш-ҡаҙаныштар ер кешеһенең генә тырышлығынан тормай шул. Күп нәмә тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Ваҡытында ямғыр, ҡышын ҡар яумаһа, йә булмаһа сәсеү осоронда саманан тыш эҫе булһа, былар – барыһы ла ураҡ осоронда сағылыш табасаҡ. Әйтәйек, май айындағы эҫелек сөгөлдөр орлоғо шытҡан ваҡытҡа тура килде. Белгестәр әйтеүенсә, өтөп алып барған ҡояш йәшелсәгә нығынып ҡалырға форсат бирмәгән. Шуға быйыл был культураның гектар ҡеүәте лә башҡа йылдар менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуы ихтимал. Әле бына йәнә ҡыҙҙыра. Ярай әле һуңғы арала көндәрҙе бер аҙ һүрелтеп, урыны менән ямғырҙар яуып үтте. Шуға Фәйез Рузалин улының ямғыр теләүенә һис тә ғәжәпләнәһе түгел — йыл һәйбәт килһә, икмәк тә буласаҡ.
Ғөмүмән, был яҡтарҙа тәбиғәт шарттарына ла, тупраҡ үҙен­сәлектәренә лә ярайһы уҡ оҫта яраҡлашҡан хужалыҡтар. Һуңғы йылдарҙа борсаҡ, ҡарабойҙай культураларынан яҡшы табыш алғандар.
— Һәр нәмәгә яйлап яраҡлашаһың инде ул. Шул иҫәптән тәбиғәт шарттарына ла. Беҙ ҙә яйлап-яйлап кукуруз, рапс, көнбағыш баҫыуҙарын киңәйтәбеҙ. Ни тиһәң дә, улар эҫегә лә тиҙ бирешеп бармай, ямғыр ҙа үтә ҡурҡытмай. Ғөмүмән, миңә ҡалһа, хужалыҡ алға китһен өсөн бер йүнәлеш менән генә сикләнергә ярамай. Мәҫәлән, беҙҙә үҫемлекселектән тыш малсылыҡ үҫешкән, аттарыбыҙ ҙа бар, — ти Фәйез Ғәзизов.
Тәжрибәле хужа ҡайҙа ла отолмаҫ. Бына өс йыл инде етәксе “дилбегәһен” тарта ул. Ҡасандыр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән рәйестең бөгөн килеп райондың иң ҡеүәтле ауыл хужалығы кооперативына етәкселек итеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Фәйез Рузалин улы үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла берҙәй үҫтереүгә өлгәшкән.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар бул­дырырға тырышабыҙ. Һауын­сыларыбыҙ хәҙер элекке кеүек фляга күтәреп, һөт ташып йөрөмәй. Бөтә биналар ҙа йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән, йыл әйләнәһенә ашхана эшләй, халыҡты силостан, һаламдан өҙгән юҡ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, — ти хужалыҡ рәйесе.
Бөгөн улар, мәҫәлән, көн һайын Баҡалы һөт заводына өс мең килограмға яҡын һөт тапшыра. Киләсәктә һауын һыйырҙарын күбәйтеп, был күрһәткесте тағы ла арттырмаҡсылар. Ғөмүмән, хужа­лыҡтың малсылыҡ тармағындағы уңыштары былтырғы йылға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Кооперативта 1200 баш һыйыр малы, 60-тан ашыу ат иҫәпләнә. Ҡымыҙ етештерергә лә ниәттәре юҡ түгел. Иң мөһиме, мал ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып бара хужалыҡ. Хатта йәй ҡоро килгән йылдарҙа ла мал аҙығына ҡытлыҡ булмаған.
Шулай ҙа уңыштарҙың нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр икәнен дә оноторға ярамай. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, ниндәйҙер кимәлдә хатта сабырлыҡ аша яулана. Мәжит Хәсәнов исемендәге хужалыҡ коллективына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Ер йылыһын тойоп үҫкән, ер һулышын күңелдәре менән тойоп йәшәгән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, һауынсылар Ландыш Ялалова, Гөлиә Сафина, Айҙар Сафин, Юлиә Әһлиуллина, Сирена Шәйҙуллина, Ольга Новикова, Әлфиә Хәсәнова, Гөлнур Хөснуллина үҙ эштәренең оҫтаһы тип танылһалар, Мәүлитйән Шакиров, Семен Иванов, Булат Ялалов, Рәсүл Шакиров, Ғәзинур Мостафин, Мирзанур Саҙрыев, Марс Шәрипов, Илмир Шакиров, Марсель Саҙрыев, Камил Шәйҙуллин да яҡшы иҫәптә бында. Хеҙмәт алдынғылары хаҡында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттек, күптәрен уңған хужабикә, өлгөлө ғаилә башлығы тип тә белдек.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда төш ауғайны инде. Болоттар ҙа бер аҙ ҡуйыра бирҙе.
— Былай булғас, яуасаҡ. Тимәк, икмәк тә буласаҡ, — тип оҙатып ҡалды беҙҙе Баҡалы уңғандары.


Вернуться назад