Баш ҡалабыҙ урамдарында асыҡ сауҙа урындары күбәйә бара тигән тәьҫир ҡала. Был – һәйбәт күренеш, сөнки баҡсасылар үҙҙәренән артҡан йәшелсәһен, емеш-еләген һатыу мөмкинлеген алырға тейеш. Һәм ул халыҡты үҙ аҙыҡ-түлегебеҙ менән тәьмин итеү сәйәсәтенә лә тап килә. Әммә проблема хәл ителеүҙән
алыҫ әле.Өфөнөң Революцион менән Әй урамдары киҫешкән урындан алыҫ түгел шундай бәләкәй баҙар хасил булған. Бер нисә көн элек үткәнемдә генә юҡ инесе...
– Буш урындар бар икәнен күреп, тиҙ генә килеп ултыра һалдым, бәлки, халыҡ белеп тә өлгөрмәгәндер, – ти ҡыяр, редис, кишер һатып торған оло ғына йәштәге апай. – Алалар, иртәнге 8-се яртыла килеп баҫҡайным, бына әле сәғәт ярым самаһы ғына торам, тауарым яртылаш тиерлек кәмене. Баҡсаһы булғандарҙың да йәшелсәһе тулыһынса өлгөрөп етмәгән бит әле, ә беҙ теплица тотабыҙ...
Ләкин шулай ҙа урында үҫтерелгән йәшел продукция барлыҡ ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай, бигерәк тә емеш-еләкте ситтән күп килтерергә тура килә. Шулай уҡ ҡош һәм сусҡа итенең дә байтаҡ өлөшөн бүтән тарафтарҙан ташыйҙар, ә балыҡ менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеү өс проценттан да артмай икән.
Былтыр республикала өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынды. Әммә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева белдереүенсә, кибеттәрҙә һатылған ондоң 88 проценты ситтән килтерелә. Баҡһаң, игендең күп өлөшө эшкәртеүгә сит өлкәләргә оҙатыла икән, үҙебеҙҙә он тарттырыу күләме һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына кәмегән.