Сикләү булмаясаҡ28.06.2016
Һуңғы осорҙа пальма майы халыҡтың да, ил етәкселәренең дә теленән төшмәй, сөнки табыш артынан ҡыуған эшҡыуарҙарҙың уны төрлө ризыҡтарға ҡушыуы мәғлүм. Шуға ла йылы яҡ “ҡунағын” сикләү, акциз индереү хаҡында ла тәҡдимдәр яңғыраны.

Күптән түгел Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошоға аныҡ фекерен белдерҙе. “Был сара әлегә көнүҙәк түгел, илгә үҫемлек майын ташыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителмәйәсәк”, – тине ул.
Яңыраҡ Индонезия президенты Джоко Видодо Владимир Путин менән һөйләшкәнендә киләсәктә Рәсәйгә пальма майын күберәк оҙатыласағына ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад