Өфө 119-сы йылҡысылыҡ заводы үҙенең 80 йәшен билдәләне. Ул – Рәсәйҙә йылҡы менән генә шөғөлләнгән берҙән-бер хужалыҡ.Тәүҙә ойошма урыҫ юртаҡ тоҡомон үрсетеү маҡсатында төҙөлә һәм Рәсәй Оборона министрлығына буйһона, Ҡыҙыл Армия командирҙары өсөн аттар әҙерләй. Һуңынан завод баҫыу эштәрендә тир түккән эшселәр, крәҫтиәндәр өсөн ҡымыҙ етештерә. Унан һатыуға ла сығара башлайҙар. 1959 йылда бында ҡымыҙ фермаһы барлыҡҡа килә.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң ул башҡорт аттарын үрсетеүгә йүнәлеш алған тоҡомсолоҡ хужалығы итеп үҙгәртелә. Талымһыҙлығы, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына бирешмәүе, һөтөнөң сифатлы булыуы – башҡорт атының төп аҫыл сифаттары. Шуға ла был тоҡомдо Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, хатта Финляндияла, Швецияла ла ҙур теләк менән һатып алалар.
Бөгөн йылҡысылыҡ заводында таҙа тоҡомло урыҫ юртағын үрсетеү буйынса селекция эше дауам итә. Донъя стандарттарына ярашлы, 2010 йылдан һәр ҡолонға уның тураһында тулы мәғлүмәт индерелгән микрочип (электрон тамға) беркетелә. Бында тыуған юртаҡтар республика һәм ил кимәлендәге төрлө ярыштарҙа еңеү яулай.