Ер уңғанды ярата28.06.2016
Ташбулат ауылы уҙаманы Шамил Ғайсин донъялар үҙгәрер ҙә күпләп мал аҫрармын тип һис уйламағандыр. Йәш ғаиләлә килеп тыуған матди ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн нимәнелер үҙгәртергә кәрәклегенә 2000 йылда төшөнә. 70 гектар ерҙе ҡуртымға алып, эшкә тотона. Ер уңғандарҙы, әсе тир түккәндәрҙе, үҙен ихтирам иткәндәрҙе генә үҙ иткәнен аңлай.
Был ваҡытта уның “Т-40” тракторы ғына була. Дәүләттән аҙ процентлы кредит юллап, йәнә тракторҙар, тағылма әйберҙәр преслау ҡорамалы, урғыс алып, ярайһы уҡ килемгә эйә булыуға өлгәшә. “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың” тигән игенсе мәҡәленә тоғро ҡалып, ҡояш менән бергә тороп, һабантурғайҙар менән бергә ҡыуана-ҡыуана ер ҡуйынына арпа-һоло орлоҡтарын һирпә. Уларҙы ҡыуандырып, тиҙҙән тигеҙ рәттәрҙә йәшел үҫентеләр ҙә күренә. Ауырлыҡтан ҡурҡмаған фермер малсылыҡты ла арттыра, ишәйтә. Утыҙ баш һыйыр малы һәм һарыҡ аҫрай. Техника ярҙамында етерлек бесән әҙерләнгәс, ниңә арттырмаҫҡа?! Мал тотмаған ауылдаштары, Белорет йәрминкәләрендә уның тауарына мохтаждар күп. Арпа-һоло ярмаһы, хуш еҫле бесән менән туҡланған малдың ите экологик яҡтан таҙа һәм туҡлыҡлы була, шунда уҡ һатылып та бөтә. Шулай уҡ Әбйәлил урман хужалығы аукционында диләнкә ала һәм халыҡты йылдың-йылы утын менән тәьмин итә. Фермер хужалығында өс эшсән эшләй, законлы рәүештә хеҙмәт хаҡын ала, Пенсия фондына страховка өлөшөн, шулай уҡ дәүләткә тейешле иғәнәһен дә түләй.
Һәр кемгә иғтибарлы Шамилды ауылдаштары дүрт йыл рәттән ауыл Советына депутат итеп һайлап, уға ышаныс күрһәтеп яңылышмай. Халыҡ күрһә, үтә күрә тигәндәй, башҡа депутаттарға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Үҙе диндар, Ташбулат мәсете имамына бура, зыяратын кәртәләргә ҡарағай, ололар көнөндә өлкәндәрҙе утын алып биреп тә ҡыуандыра, тирә-яҡты ла таҙалыҡта-тәртиптә тота… Халҡым, ерем-һыуым, төйәгем, тип йәшәгән депутат һәр саҡ халҡы араһында, әүҙем йәмәғәтсе ул.
Аңлайышһыҙ ауыр 90-сы йылдар артта ҡалды. Ниндәй генә осорҙа йәшәмә, тырыштар-ныҡыштар ғына килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға үҙендә көс табыр һәм маҡсатына өлгәшер тигән тәғлимәт һәр кемдең мейеһенә әллә ҡасан уҡ һалынған. Тап шундайҙарҙың береһе – Ташбулат ауылы фермеры Шамил Ғайсин.