Селәүҙе илдән сығарыу тыйыла28.06.2016
Тәбиғәттә һәр тереклек үҙенең ниндәйҙер файҙаһы менән таң ҡалдыра. Мәҫәлән, селәүсен. Ә инде уны үрсетеп, сауҙа итеү вермикультура тип атала.


АҠШ-тың Калифорния штатында ошо фәнгә нигеҙ һалған Томас Джейсон Баррет үҙенең фермаһында уларҙы ишәйтеү менән шөғөлләнгән. “Тәбиғәт шарттары уңай килгәндә, селәүсендәр ярҙамында ерҙең уңдырышлы ҡатламын биш йылда 2,5 сантиметрға арттырырға мөмкин”, – тигән ул. Билдәле булыуынса, тәбиғәттә был күренеш йөҙәр йылға һуҙыла.
Селәүҙең ашҡаҙан-эшкәртеү системаһы аша сыҡҡан тәбиғи ҡалдыҡ ниндәйҙер дәрәжәлә минераль ашламаға әүерелеп, үҫентеләр өсөн ғәжәп файҙалы матдәгә әйләнә һәм бер үк ваҡытта ерҙең составын байыта. Тап шуға ла 1965 йылда АҠШ-та уның ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ярҙамын аңлаған етәкселәр селәүҙе илдән сығарыуҙы ҡәтғи тыйыу тураһында закон ҡабул итә.
Был йәһәттән Рәсәйҙә хәлдәр нисек һуң? Дөрөҫ, Совет осоронда вермикультураға ҡыҙыҡһыныу булманы, үҫемлек, аш-һыу, мал ҡалдыҡтарын тиҙәк селәүсене эшкәртте. Шулай ҙа 90-сы йылдар башында үҙебеҙҙең селәүсендәр тоҡомон булдырыу буйынса эш башланды. Уның менән “Старатель” штамы алған А.М. Игонин шөғөлләнде. Әлбиттә, бер аҙҙан бүтәндәре лә барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, “Мәскәү гибриды”. Әммә был тоҡомдар менән һынауҙар үткәрелмәне, селекция ҡаҙаныштары булараҡ Дәүләт реестрына ла индерелмәне. Шуға ла уларҙың уңышы хаҡында үрсетеп һатҡан кешеләр һүҙенән сығып ҡына фекер йөрөтөргә мөмкин. Әммә беҙҙекеләрҙең Рәсәй климатына сыҙамлылығы хаҡында шикләнмәй әйтергә була.
Селәүҙәр ярҙамында органик ҡалдыҡтар ҡыйбатлы ашламаға әйләнә. Уларҙы туҡландырыу өсөн аҙыҡ-түлек, иҫке ҡағыҙ, туҡыма, йәшелсә ҡалдыҡтарын, хатта бысҡы вағын файҙаланырға мөмкин.
Биогумус һәм селәү етештереү өсөн вермикультура менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙа эш иҙәне ҡаты япмалы булған биналарҙа алып барыла. Иҙәнгә биомасса һалып, селәүсен инәләре ебәрелә, һәм улар тау һымағыраҡ итеп өйөп һалынған ҡалдыҡтарҙы эшкәртә, шунда үрсей.
Туҡланыр аҙығы етерлек булғанда селәү тиҙ ишәйә. Бер пар тоҡом йылына 1500-гә ҡәҙәр “бала сығара”. Өлкәндәрен һата барырға мөмкин. Берәүҙәр уларҙы ҡоштар өсөн алһа, икенселәргә балыҡ ҡармаҡлағанда кәрәк. Күп хужалыҡтар артыҡ селәүсендәрҙе он аҡһымына ҡушыу өсөн эшкәртә, ҡатнаш аҙыҡ етештергән предприятиелар уларҙы ҙур теләк менән һатып ала.
Рәсәйҙә сығарылған селәүсен тоҡомдары һалҡынға бирешмәүе, яһалма ояларҙа ҡышлай алыуы менән өҫтөн торһа, Калифорнияла уларҙы йылытылған биналарҙа тотоу талап ителә.


Вернуться назад