Ситтеке кәрәкмәй28.06.2016
Ошо көндәрҙә “Росстат” ситтән аҙыҡ индереү буйынса былтырғы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте.
Был осорҙа бүтән илдәрҙән балыҡ һатып алыу күләме 66 процентҡа кәмегән, йәғни өс тапҡырға ҡыҫҡарған. Икенсе урында – тауыҡ ите. Ул ике тапҡырға аҙайып – 44, ә һыйырҙыҡы 40 процент тәшкил иткән. Һыйыр майы, сыр, эремсек ташыу ҙа 37 процентҡа төшкән. Бынан тыш, беҙгә аҙыҡ-түлек оҙатҡан илдәрҙең географик үҙгәреше лә билдәләнгән. Был юҫыҡта төп отош Молдавия, Белоруссия иҫәбенә тура килә. Молдавия Рәсәйгә иң күп алма һатҡан ил булараҡ теркәлгән. Белоруссия бер йылда беҙгә һөт оҙатыу күләмен 70 проценттан 90-ға еткерһә, эремсек менән һыйыр майын 40-тан 80 процентҡа арттырған.