Тоҙ, шәкәр ҙә ярҙам итә28.06.2016
Ҡайһы бер ашлама йә ағыулы химикат урынына ябай аҙыҡ-түлек – тоҙ, шәкәр, һарымһаҡ, кефир, гәрсис ҡулланыуҙың да шундай уҡ һөҙөмтә бирере башыбыҙға ла инеп сыҡмай.
Мәҫәлән, помидорҙарҙа фитофтороздың тәүге билдәләре барлыҡҡа килде, ти. Емештәрен һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы тиҙерәк өлгөртөр кәрәк. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, калий, фосфор менән “туҡландырырға” кәңәш ителә. Бәләнән ҡотолоуҙың еңелерәк ысулы барлығын да онотмайыҡ. 1 литр һыуға 100 грамм аш тоҙон иҙеп, ауырыу үҫемлектәргә һибегеҙ. Бындай операциянан һуң помидорҙарҙың япраҡтары һарғайып, ҡойолоп төшөр, үҫеү процесы туҡтар, һәм бөтөн көс емештәрҙең бешеүенә китәсәк. Унан тыш, ҡалын булмаған тоҙло ҡаҫмаҡ инфекцияның таралыуына ҡаршы торасаҡ. Иң ҡулайы – фитофтороз күренгәнсе үк профилактика маҡсатында үҫемлектәргә бер биҙрә һыуға 50 грамм һарымһаҡ һалынған төнәтмә йә бер биҙрә һыуға 1 литр әсегән кефир ҡойоп яһалған иҙмә һибеү.
Баҡсасыларҙы борсоған икенсе мәсьәлә – сөгөлдөрҙөң редис размерлы ғына һәм шәрбәтһеҙ үҫеүе. Был хәлдә лә ярҙамға ябай тоҙ килер. Уны бер биҙрә һыуға 30-50 грамм иҙеп, йәшелсәне туҡландырығыҙ. Ғәҙәттә, әлеге эште йәй башында – сөгөлдөрҙөң тәүге һигеҙ япрағы сыҡҡас үткәрәләр. Тоҙло иҙмәне тамырға түгел, фәҡәт тамыраҙыҡтан 10 сантиметр алыҫлыҡта һиптерәләр.
Кәбеҫтәне ҡоротҡостар ялмап алдымы? Яуыз күбәләктәргә ҡаршы ҡуйы шәкәр сиробын әҙерләгеҙ. Уны сынаяҡ аҫтарына ҡойоп, бейегерәк аҫлыҡҡа ҡуйып, кәбеҫтә түтәлдәре тирәләй ултыртып сығығыҙ. Һәр һауытҡа семтем сүпрә өҫтәгеҙ. Әсегән иҙмәнең үҙенсәлекле еҫе ҡоротҡостарҙы йәлеп итһә, шәрбәтле һауытҡа килеп ҡунған күбәләктәр башҡаса осоп китмәйәсәк.
Ямғырлы мәлдәрҙә лайлалы ҡусҡарҙар әүҙемләшә. Ҡайын еләгенең япраҡтарын ашап бөтөрөү генә түгел, емештәрҙе бөтөнләй юҡ итәләр. Ҡусҡарҙар мутлығын, ғәҙәттә, кисен, төнөн йә таң менән башҡара. Көндөҙ иһә күләгәле ерҙә – таҡта аҫтында, ҡуйы үлән араһында – ял итә. Лайлалы ҡусҡарҙарҙан ҡотолоу өсөн улар йыйылған урынға ҡоро гәрсис һибеү кәрәк.