Себерҙә балыҡ үрсей21.06.2016
Һуңғы йылдарҙа ҡырыҫ Себер тарафтарында балыҡ үрсетеүгә етди иғтибар бирелә. Бөгөн бында тәңкәлеләрҙең ҡыйбатлы төрҙәрен ишәйтеү маҡсатын ҡуйғандар.

2018 йылда Томск өлкәһендә “Аквабиоцентр” балыҡ етештереү комплексын төҙөй башлау күҙ уңында тотола. Ул Себерҙә иң ҙурҙарҙан буласаҡ. Комплекста нельма, муксун һәм Себер бикреһе селбәрәләрен үрсетеү, шулай уҡ балыҡ ите етештереү менән шөғөлләнеү планлаштырыла.
Әлбиттә, Томск өлкәһе осраҡ­лы һайланмаған. Обь бассейны балыҡҡа бай. Өҫтәүенә, һуңғы ике йылда өлкәлә балыҡ етеш­тереү – ике, ә селбәрә үрсетеү 10 тапҡырға артҡан.
Илдең башҡа төбәктәрендәге балыҡсыларҙың да эше яҡшы бара. Быйыл тәүге кварталда 22 мең тонна, йәғни былтыр­ғынан 30 процентҡа күберәк продукция етештерелгән. Һыу ятҡылыҡ­тарына үрсем ебәреү йәһәтенән дә эш әүҙемләшә. Краснодар, Ставрополь крайҙарында йәш сазан, аҡ амур, яҫы маңлай селбә­рәләре үрсетелһә, Приморье крайында трепанг һәм башҡаларға иғтибар бирелә. Ҡурған, Төмән, Силәбе өлкәләрендәге йылға, күлдәрҙә лә балыҡ үрсетеү кәсебе ҡыҙа.


Вернуться назад