Эй, Өфө ҡалаһы!21.06.2016
Өфө быйыл йәй сит ил туристары күрергә хыялланған төбәктәр исемлегендә 15-се урында тора. Июнь-август айҙарында Башҡортостандың баш ҡалаһына Германия, Бөйөк Британия, Швеция, Украина, Испания, Дания, Канада, Төркиә, АҠШ һәм Франциянан туристар килмәксе. Халыҡ-ара туристик метаэҙләү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Өфөгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бермә-бер артҡан.
— Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныусы сәйәхәтселәрҙең күпселеге, нисек кенә сәйер тойолмаһын, Германиянан. Авиабилеттарға ихтыяж 157 процентҡа артҡан. Шулай уҡ Бөйөк Британия менән Швециянан килергә теләүселәр күп, — тип хәбәр итә белгестәр.
Сит ил туристарының Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын валюта курстары менән бәйле хәлгә генә ҡайтарып ҡалырға ярамай, ти улар. Һуңғы йылдарҙа инфраструктура ныҡ алға китте. Төрлө кимәлдә сағыу-сағыу саралар ойошторолдо. Быларҙың барыһы ла туризм тармағы үҫешендә ыңғай сағылыш табыры күптән күҙаллана ине. Рәсәйҙең үҙенә генә хас колориты ла сит ил туристарын күптән ҡыҙыҡһындыра. Ҡыҫҡаһы, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр тигәндәй, күптәр ҡарашын Өфөгә төбәгән.