Башҡортостан Хөкүмәте “2011 — 2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөт малсылығы фермаларын үҫтереү” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибен раҫланы. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.
Субсидия республика программаһы буйынса финанс ярҙамы күрһәтеү маҡсатында бирелә. Уға ҡорамал (һөт һауыу ҡулайламалары, һыуытҡыстар), мал һатып алырға йәки инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары төҙөргә мөмкин.
Л. ДӘҮЛИЕВА.