Дәүләкәндә – бройлер фермаһы14.06.2016
Республикала ҡошсолоҡ тармағы үҫешә. Күптән түгел Шишмәләге “Юбилей” ҡошсолоҡ хужалығы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, 2017 йылда Дәүләкән районында республикала тәүге бройлер үрсетеү фермаһы төҙөү күҙаллана.
Һәр ферма дөйөм 24 гектар майҙанды биләйәсәк. Уларҙың һәр береһендә 24-әр ҡош ҡураһы урынлашасаҡ. Ҡош тиҙәген зарарһыҙландырыу өсөн йәнә 10 гектар майҙан бүленәсәк.
Ферма 2018 йылда тулы ҡеүәтенә эшкә ебәреләсәк тип көтөлә. Унда бер үк ваҡытта 1,2 миллион , ә йылына 9,5 миллион баш бройлер үрсетеү мөмкин.
Әйткәндәй, ҡош ите, йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урынды биләй.
Беҙҙең дә ҡулдан килә
Бар бит алтын ҡуллы кешеләр! Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул ауылында эшҡыуар Раян Хәсәнов бынан бер нисә йыл элек иген йыйыу комбайны ҡора башлай. Бөгөн уйлап табыусының эше уңышлы бара. Күптән түгел ул йәнә сираттағы етенсе машинаһын теүәлләп ҡуйҙы.
“Муромец-1500” комбайнының тәүгеләре бөгөн Кемерово өлкәһе, Ҡаҙағстан баҫыуҙарында уңышлы эшләй. Стәрлетамаҡ районы игенселәре һорауы буйынса йәнә өс машина йыйылған. Ә етенсеһе Краснодарға оҙатыласаҡ. Раян Хәсәнов тағы Себерҙең көньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендәге ауыл хужалығы эшсәндәре менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Әйткәндәй, бынан ике йыл элек йыйылған тәүге өлгө Поволжск дәүләт машиналар һынау станцияһында тикшерелеп, уны артабан етештереүгә рөхсәт биргән тейешле документтар алынған. Шулай уҡ ул “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә алтын миҙал яулаған.
Яңы техника “Дон-1500” комбайны нигеҙендә ҡоролған. Ул башлыса Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдарҙан тора. Ябайлаштырылған, ҡулайлы итеп көйләнгән комбайн элекке “ҡәрҙәше”нән ныҡлылығы, арзан булыуы менән айырыла, уның ҡайһы бер өлөштәре Стәрлетамаҡта етештерелгән. Мәҫәлән, “Дон” 12,5 мең деталдән торһа, “Муромец”та ни бары 10 мең “ағза” бар.