Сауҙа бер яҡлы ғына булмаһын15.03.2012
Башҡортостан менән Голландия араһында тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү, республикаға сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, Нидерланд бизнесы менән төрлө юҫыҡтарҙа хеҙмәттәшлек итеү — республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһында Нидерланд Короллегенең Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Рональд Келлер һәм илселектең ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса советнигы Сюзанна ван Тилбург менән осрашыу ваҡытында ошо хаҡта фекер алышыу булды.
— Һеҙ республика менән әле яңы ғына таныша башланығыҙ, быны дауам итергә кәрәк. Инвесторҙар йәлеп итеү — бик ҡатмарлы эш. Иң мөһиме — беҙ үҙебеҙҙә асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек мөхите булдырабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Башҡортостан Рәсәйҙең эре, ҡеүәтле, иҡтисади үҫешкән төбәге булып тора. Төп йүнәлештәр — нефть сығарыу, уны эшкәртеү, нефть химияһы, химия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы. Бынан тыш, баҡыр һәм цинк табабыҙ, урман күп булғанлыҡтан, ағас эшкәртеү киң таралған.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ике аралағы тауар әйләнеше нигеҙҙә бер яҡлы ғына. Беҙ унда нефть продукттары һәм унан эшкәртелгән тауар һатабыҙ. Ә Голландиянан бик аҙ техник һәм инновациялы әйберҙәр алабыҙ. Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, мотлаҡ үҫтерергә кәрәк тармаҡтар ҙа бар. Тәү сиратта — ауыл хужалығы. Бынан тыш, Нефтекамала Голландия компанияһы менән берлектә автобустар сығарабыҙ. Был өлкәлә хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтерергә, уны нығытырға кәрәк. Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын етештереү йәһәтенән дә бергә эшләү ҡыҙыҡлы булыр ине, тигән фекер әйтте Президент.
Рональд Келлер республика Хөкүмәтенең асыҡ һәм ғәҙел булыуының ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләне.
— Беҙҙең делегацияла 15-тән ашыу кеше, улар 70-ләп компания мәнфәғәтен яҡлай. Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығында төрлө осрашыуҙар үтәсәк, һөҙөмтә яҡшы булыр тип ышанам. Беҙҙең компанияларға бындай мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн рәхмәт, — тине ул.
Осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашҡанда Рональд Келлер беҙгә килеүенән бик ҡәнәғәт ҡалыуын, Президент һәм уның командаһының асыҡлығын оҡшатыуын белдерҙе. Нидерландтар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә һәм нығытырға йыйына.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад