Автомобилгә ихтыяж арта14.06.2016
Автомобилгә ихтыяж арта Башҡортостанда яңы еңел автомобилдәр һатыу күләме арта. Ғинуар-апрель айҙарында, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, дөйөм күрһәткес дүрт процентҡа күберәк булған, Рәсәйҙә иһә 1,2 процентҡа төшкән.
“Автостат” мәғлүмәттәре буйынса, дүрт айҙа еңел машиналар һатыу буйынса республика иң алдынғы ун төбәк иҫәбенә ингән. Илдә 381 мең кеше яңы транспортлы булһа, Башҡортостанда 12,3 мең машина һатылған (былтыр 11,8 мең).
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙең 34 төбәгендә автомобиль һатыу күләме кәмегән. Брянск өлкәһендә – 19,6, Алтай крайында 19 процентҡа аҙыраҡ һатылған.


Вернуться назад