Ҡағыҙ аҡса юҡҡа сығырмы?14.06.2016
Ҡағыҙ аҡса юҡҡа сығырмы? Заман алға бара. Күптән түгел генә кеҫә тултырып ҡағыҙ аҡса йөрөтһәк, хәҙер күптәр пластик карта менән иҫәпләшә. Был уңайлы ла.
Дөйөм алғанда, барлыҡ донъя илдәре ҡағыҙ купюранан баш тарта һәм әкренләп полимер аҡсаға күсә. Бөгөн Бөйөк Британияла ла ошо уҡ алымды индереү хыялы менән йәшәйҙәр. Ул илгә үҙенең иҫәп-хисап системаһын үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк тип күҙаллана. Быйыл көҙ махсус полимерҙан банкноталар етеш­терелә башлаясаҡ. Бындай ку­пюраларҙы йыртыу мөмкин түгел, хатта кеҫәлә килеш кер йыуғанда ла боҙолмаясаҡ. Ул һыуға ғына түгел, бысраныуға ла бирешмәй торған материалдан эшләнә.
Сентябрҙә Уинстон Черчилль һүрәте төшөрөлгән тәүге биш фунт стерлинг пластик купюра эшләп сығарыласаҡ. Ун фунтлыҡ аҡсаға Джейн Эйрҙың портреты төшөрөләсәк..
Әйткәндәй, тәүге полимер аҡса 1983 йылда Коста-Рикала, Гаи­тиҙа, Мэн утрауында барлыҡҡа килә. Улар сифатлы, ныҡлы полиэтилендан эшләнгән, ҡағыҙға ҡарағанда бер нисә йылға оҙағыраҡ хеҙмәт итә. 1988 йылда Австралияла европаларҙың килеүенә 200 йыл тулыуға арналған ваҡиғаға ҡарата тәүге пластик доллар донъя күрә.
Хәҙер 48 ил милли валютаһын пластикта сығара. Улар араһында Австралия, Вьетнам, Канада, Яңы Зеландия, Румыния, Мексика, Чили, Бразилия, Ҡытай һәм Гондурас бар.
Әлбиттә, был юҫыҡта Рәсәй банктарында ла тәжрибә рәүе­шендә эш башланыуы ихтимал. Әммә мәсьәлә бөгөн көнүҙәк түгел. Йәнә илдең ҙур булыуы, халыҡтың һирәк урынлашыуы сәбәпле ҡулаҡсаның әһәмиәте юғарыраҡ.
Тағы шуныһы мәғлүм булһын: Рәсәй банктары киләсәктә пластик карталарҙан баш тартып, банкоматтарҙы клиентты тауышынан һәм тышҡы ҡиәфәтенән танып-белергә “өйрәтергә” уйлай. Банкта иҫәп асҡанда кешенең “тауыш өлгөһөн” яҙҙырып ал­саҡтар. Был алым әле өйрәнелә. Кешене тауышынан йәки бармаҡ эҙҙәренән таныу мутлашыусы­ларҙан һаҡларға тейеш, тип ҡабул ителә.


Вернуться назад