Юлдар, юлдар, ҡайҙа илтһәләр ҙә...07.06.2016
Республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта юл төҙөлөшөнә иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Йыл аҙағына тиклем, инновацион технологияларҙы ҡулланып, 320 километр юл төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров Сочиҙа уҙған “Юл төҙөлөшөндә инновациялар” халыҡ-ара форумында белдереүенсә, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре сифатҡа айырыуса баҫым яһай, ғөмүмән, улар күптән инде һандар менән мауыҡмай. Асфальт халыҡты оҙағыраҡ ҡыуандырһын өсөн заманса алымдар ҡулланыла, төҙөлөш буйынса план хатта арттырып үтәлә.
Йыйында транспорт инфраструктураһын үҫтереү, проектлағанда инновациялы техник эшләнмәләрҙе ҡулланыу, юл хужалығы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләләре лә тикшерелде.


Вернуться назад