Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...07.06.2016
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була... Ҡурас ауылындағы “Мотор” ауыл хужалығы предприятиеһын районда ғына түгел, ситтә лә һәйбәт беләләр. Уңышлы эшләгәндәрҙең береһе ул. Ҡошсолоҡ – уның төп йүнәлеше, тиһәк, һис яңылышмаҫбыҙ. Ҡаҙ үрсетеү менән бында 2007 йылдан бирле шөғөлләнәләр.

Мең баш ҡаҙҙан башланған кәсеп ярайһы уҡ үҫешкән һәм бөгөн мул табыш килтергән ҙур фермаға әйләнгән. Әле бында өс меңдән ашыу ҡаҙ үрсетәләр. Бер нисә йыл элек әлеге һан ете меңгә еткән булған, әммә эшселәр етешмәгәнлектән ҡош-ҡортто кәметергә ҡарар иткәндәр. Әле фермала биш кеше эшләй: Ольга Бабина, Юлия Курганова, Валентина Шутемова һәм төп белгес Людмила Завьялова.
Фермаға тауышланмай ғына инәбеҙ – әле ҡаҙҙар йомортҡа һалған иң яуаплы осор. Уларға мөмкин тиклем ҡамасауламаҫҡа кәрәк. Эшен бөтөргәндәре, бинанан сығып, тышта иркендә йөрөй.
– Былтыр 43 мең дана ҡаҙ йомортҡаһы, 70 – 80 мең бәпкә һаттыҡ. Быйыл да ошо күрһәткескә өлгәшергә уйлайбыҙ. Халыҡ беҙҙең тауарҙы көтөп ала. Әле үк шылтыратып, ҡасан һатыуға сығарыласағы менән ҡыҙыҡһыналар. Башлыса Асҡын, Ҡариҙел яҡтарынан һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең ауылдарҙан киләләр бәпкә һорап, – тип һөйләй Людмила Завьялова.
Бынан йомортҡалар Иҫке Балтас ауылына оҙатыла. Ферма мөдире Рифҡәт Дауытов беҙҙе ихлас ҡаршыланы.
– Һеҙ килер алдынан ғына инкубаторға тағы бер партияны һалдыҡ. Быға тиклем алты меңгә тиклем себеш сығарҙыҡ. Элек­тригыбыҙ Әлфит Нәбиев, опе­раторҙар Лилиә Кәлимуллина, Сания Шәғәлиева, Зилә Опукова, Рәйсә Ғәләүетдинова, себеш ҡараусылар Ольга Сәлимйәнова, Елена Әхтәриева, Лариса Ғәләмшиналар тырышып эшләй. Ҡаҙ бәпкәһенең хаҡы – 185 һум. Бер тапҡыр һатып алғандар беҙгә икенсе йыл да килә, сөнки бәпкәләребеҙ ныҡ. Бының үҙенә күрә сере лә бар: инә ҡаҙҙарға йомортҡа һала башлар алдынан прививка эшләйбеҙ. Шуға бәпкәләре көслө була, – тип һөйләй ул.
“Мотор”ҙа ойошторолған эш менән һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡаҙҙар июндә лә йомортҡа һала. Марттан башлап инкубаторҙа себеш сығаралар. “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...” тип йырлауы ғына анһат. Ә меңәрләгән ҡаҙҙы ауырытмай, себештәрен юғалтыуһыҙ тәрбиәләүе генә ай-һай.
Ҡош-ҡорт көтәм тигән ауыл кешеһенә бәпкә эҙләп йыраҡҡа йөрөйһө түгел. Эш урындары булдырылған, хеҙмәт хаҡы ла яҡшы ғына.




Вернуться назад