Уңған ҡулда – бәрәкәт07.06.2016
Уңған ҡулда – бәрәкәт Эшҡыуарҙар күп республикабыҙҙа. Һәр береһенең – үҙ һуҡмағы. Мәҫәлән, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк биргән, икенселәр сауҙаға тотонған, бүтәндәр ҙә күңеленә ятҡанын һайлаған. Ә Ишембай ҡалаһындағы гүзәл затыбыҙ көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йүнәлешенә туҡталған, ул 2009 йылдан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Көнкүреш техникаһы ремонтлау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмилә ХИСМӘТУЛЛИНА үҙенең эшмәкәрлеге һәм уй-хыялдары тураһында һөйләне.

– Һәр беребеҙ ниндәйҙер ниәт менән йәшәй. Мин дә бәләкәйҙән үҙемдең офисым, шәхси водителем булһа ине, тип уйлай торғайным, – тип башланы һүҙен Рәмилә Сәхиулла ҡыҙы. – Ә инде атай-әсәйемдең, уҡытыусыла­рым­дың күркәм тәрбиәһе әлеге шөғөлгә тотонорға туранан-тура булышлыҡ иткәндер. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ә ул 1979 йылға тура килә, “Рембыттехника” предприятиеһына эшкә килгәйнем, ул Стәрлетамаҡ “Быттехника” заводының Ишембай филиалына ҡарай ине, шунан бирле ошондамын. Бөгөн төрлө маркалы телевизорҙарҙы ремонтлайбыҙ, тегенсе һөнәрен үҙләштергәндәрҙе лә эшкә алдым, сәғәт төҙәтеүгә лә тотондоҡ, кеҫә телефонын да йүнәтәбеҙ хатта.
Иртә торһаң, ит бешә, һуң торһаң, бит бешә, тигәндәй, оҙаҡ йоҡлап ятыу – көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәргә ят һыҙат. Туғаным әйтмешләй, беренсе әтәстәр менән бергә түгел, хатта уларҙан алдараҡ уянып, йортоңда башкөллө эшеңә сумаһың, унан инде офисыңа ашығаһың.
“Төп ярҙамсыларым бар саҡта тау аҡтарырға мөмкин”, – тип егеттәрҙе дәртләндерәм үҙемсә. Мәҫәлән, Виктор Скрипкин, Фәнил Юнысов, Камил Кәнәфиевтәрҙән тыш эшмәкәрлегемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
Халыҡта “кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар” тигән әйтем йәшәй. Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә үк малай һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә таҙалыҡ һәм тәртип төшөнсәләрен һеңдерергә кәрәк. Шул саҡта ғына эргә-тирәбеҙ әҙме-күпме күркәмләнер.
Яҙмыш ҡосағына ҡалыусыларға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Тормошта төрлө бәхетһеҙлектәр осрап ҡына тора: кемдеңдер өйө янған, икенселәргә бүтән төрлө ҡайғы килгән. Республикабыҙҙа һис уйламағанда күҙ менән ҡаш араһында бер нисә ауылды һыу баҫты. Төрлө ҙурлыҡта кейем тегеп, шул тарафтарға бер нисә ҡап оҙаттыҡ.
Килем артынан ҡыуыу тураһында уйламайбыҙ, тәү сиратта халыҡты ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ, шуға күрә беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгәндән-күбәйә.
Хәбәрселәр йыш килә әңгәмәләшергә. “Нимә ул бәхет?” – тип һорайҙар. Был донъяла йәшәү – үҙе ҙур шатлыҡ, ирем менән уй-фекерҙәрем тап килә, туғандарым менән аралашып ғүмер итәбеҙ, яратҡан шөғөлөм бар, йәмғиәткә файҙа килтерәм. Бына ошоларҙы бәхет түгел тип әйтеп ҡара...




Вернуться назад