Ағас йорттар күбәйәсәк31.05.2016
Ағас йорттар күбәйәсәк Рәсәй Хөкүмәтендә торлаҡҡа сиратты кәметеү, уның хаҡын арзанайтыу, граждандарҙы емерек һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү маҡсатында ағастан йорттар төҙөү программаһын үҫтереүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш тип һанайҙар.
Урман сәнәғәтенә һәм урман машиналары етештереүгә арналған ултырышта вице-премьер Александр Хлопонин министрлыҡҡа һәм ведомстволарға ошоға бәйле бурыстар йөкмәтте. Урман сәнәғәте тауарына бирелгән дәүләт заказының 10-20 проценты нәҡ Ватан өлөшөнә тура килергә, был ағас йорттар төҙөлөшөнә бәйле булырға тейеш.
Был осраҡ бер атҡанда ике ҡуянға тейҙереүгә тиң. Өйҙәр экологик йәһәттән таҙа буласаҡ, йәнә аҡса ла һөҙөмтәле тотоноласаҡ.
Рәсәй торлаҡ менән тәьмин ителеш буйынса донъяла 32-се урында (бер кешегә 24 квадрат метр тирәһе майҙан тура килә). Сағыштырыу өсөн: Швецияла йән башына – 42 квадрат метр, Германияла 40 квадрат метр майҙан тура килә. Шул уҡ ваҡытта йыл да 20 миллион квадрат метр майҙан иҫкерә, ә 250 миллионы алмаштырыу йәки капиталь реконструкция талап итә, тиҙәр.
Шуныһы аңлашылмай: ағас запасы ресурстары буйынса донъяла лидер һаналған илебеҙ ниңәлер был тәңгәлдә бүтәндәрҙән ныҡ ҡына ҡалыша. Ағастан йорттар һалыу потенциалы беҙҙә юғары, ихтыяж булғанда ул бер нисә тапҡырға артырға ла мөмкин. Дөрөҫ файҙаланғанда сәнәғәт ҡеүәтенең кимәле бөгөндән үк 20-25 миллион квадрат метрҙы үҙләштереү һәләтенә эйә.

Бөтәһенә лә түләнмәй

Эшһеҙлек буйынса түләнгән пособие күләме артасаҡ. Уның ҡарауы, уға дәғүә итеүселәр һанының кәмеүе һәм түләү срогы ла үҙгәреүе ихтимал.


Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында белдереү­ҙәренсә, эшһеҙлек буйынса пособие тәғәйенләүгә үҙгәрештәр индереүгә бәйле закон проекты әҙерләнә. Ҡасандыр хеҙмәт урыны булып, эшһеҙҙәр армияһын тулыландырыусыларға ғына пособие түләнәсәк, ә бүтән категорияларға ҡарағандарға түгел. Закон проекты буйынса, яңылыҡтың маҡсаты – ваҡытлыса эшен юғалтҡандарға йәшәү өсөн ярҙам булһын, шул уҡ ваҡытта улар бүтән эш урыны эҙләүгә стимул да тойһон.
Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, эшһеҙҙәрҙең 14 проценты ғына мәшғүллек үҙәгендә теркәлә, күптәре шөғөлдө үҙаллы эҙләй. Шунан сығып, көсһөҙҙәр генә бында яҡлау таба тип һығымта яһарға мөмкин. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, теркәлгәндәрҙең 25 проценты – йәштәр, ә пенсия йәшендәгеләр яҡынса 20 процент тирәһе тәшкил итә. Декрет ялынан һуң да үҙәккә күп яңғыҙ бала тәрбиәләгән ҡатындар мөрәжәғәт итә. Уларҙы, әлбиттә, теркәргә ашығып та бармай белгестәр, унауҙың берәүһен генә алалар. Ҡалғандарын, төрлө сәбәп табып, кире боралар.

Хостелдар ҡалырмы?

Рәсәйҙә хостелдар өсөн торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуҙы ҡәтғи рәүештә тыймаҡсылар. Әгәр ҙә был шулай була ҡалһа, легаль баҙарҙан хостелдарҙың
80 проценты китәсәк, тип фараз итә белгестәр.


Илебеҙҙә туристарҙы ҡайҙа ғына урынлаш­тырмайҙар. Ысынлап та, уның менән шөғөлләнгән фирмалар һаны артҡандан-арта. Баҡтиһәң, уларҙың 75-85 проценты нәҡ торлаҡ йортта эштәрен йәйелдергән, ә закон буйынса был тыйыла. Фатирын торлаҡ булмаған йортҡа әйләндереүсе генә ҡунаҡхана йәки хостел асыу хоҡуғына эйә.
Эксперттарҙың фекере буйынса, хәҙер күптәр “күләгәлә аҡса” эшләү юлына күсәсәк.

Юлын табалар

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында сит илдән тотонолған машина алып ҡайтып, рәсәйҙәр һатыу бизнесын киң йәйелдереп ебәргәйне.


Күбеһенсә Европанан һәм Япониянан автомобиль килтереп меңдәрсә кеше мул ғына аҡса эшләне. Барыһы ла шыма барыр ине, әгәр таможня пошлинаһын арттырмаһалар. Шуға күрә лә әле һатыуҙың был төрө ысынында торғонлоҡ хәлендә.
Бөгөн иһә Алыҫ Көнсығышҡа Япониянан машина килтереп һатыуҙа әҙме-күпме йәнлелек күҙәтелә. Йыл һайын 20 меңдән ашыу тотонолған маши­наның сик аша сығарылыуы шуға асыҡ миҫал. Европанан килтереү ҙә шул сама икән. Таможня пошлинаһының артыуына бәйле йомро баштар төрлө алымды ҡуллана бөгөн. Мәҫәлән, автомобилде һүтеп, запас частарын алып сығалар, улай итһәң, пошлина арзаныраҡҡа төшә, тиҙәр.





Вернуться назад