Автомобилде – Лизингка31.05.2016
Автомобиль һатып алғанда кредитҡа, прокатҡа ғына бирәләр, тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Хәҙер предприятиелар лизингка алған шикелле, “тимер ат”ты халыҡҡа биреү ҙә киң таралған.

Башта лизинг тураһында һөйләшәйек. Автомобиль ҡуртымға бирелгәндән һуң һатып алыу хоҡуғына эйә булыу лизинг тип атала. Яңы хужа тик яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн генә түләй, ә бүтәне – техник хеҙмәтләндереү, ЮХХДИ-ла теркәү үтеү, ҡышҡы йәки йәйге тәгәрмәстәр ҡуйыу – барыһы ла лизингка биргән кешенең йә предприятиеның бурысы. Эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем ярҙам итеү маҡсатында беҙҙә ошо лизинг ысулы уңышлы бойомға ашырыла. Ҡуртымға алыусы иһә юғарыла телгә алынғандарҙың бөтәһе өсөн дә үҙе яуаплы.
Лизинг әҙме-күпме кредитҡа машина һатып алыуға ла оҡшаған. Тәүге иғәнәне индергәс (автомобиль хаҡының 20-40 процент тирәһе), лизинг договорына ярашлы, ай һайын хаҡ түләп барырға тейешһең. Әгәр кредит осрағында автомобиль шунда уҡ уның хужаһына күсһә, бында ул был бурыс бөткәнсе һатыусының мөлкәте булып тора.
Әлегә бындай лизинг Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә генә тәжрибә рәүешендә тормошҡа ашырыла. Киләсәктә уның географияһы мотлаҡ киңәйәсәк, тип ышандыра чиновниктар. Уның өсөн финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әммә әлегә лизинг программаһы ватан автомобиль баҙарында яңылыҡ һанала.





Вернуться назад