Ағасты киҫеүе рәхәт тә ул…17.05.2016
Ағасты киҫеүе рәхәт тә ул… Ялан буйлап ҡулына көрәк тотоп, төркөм-төркөм булып һибелгән кешеләрҙе башта тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр тип уйланым. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер ағас үҫентеләре ултыртыуҙы, унан бигерәк был эште дәррәү һәм берҙәм итеп башҡарыуҙы ҡапыл ғына күҙ алдына баҫтырыу, үкенескә ҡаршы, ҡыйын шул. Йөк машиналарына егермешәр кеше тейәлеп, яландарға әллә нисәмә саҡрымға һуҙылған ағас һыҙаттарын теҙергә барыуҙы һағынып иҫләргә генә ҡала…


– Ағасты киҫеүе рәхәт тә ул, тик тәбиғәт өсөн дә кеше нимәлер эшләргә тейеш бит, – тип ҡаршы алды Көҙән, Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдары халҡынан торған өмәселәр. Ысынлап та, төҙөлөш тип күпме ағастан файҙаланабыҙ, ләкин бер тапҡыр үҫенте ултыртып ҡарамағандар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа. Әлеге кешеләргә был йәһәттән һоҡланмау мөмкин түгел, үҙҙәрен генә түгел, киләсәк быуынды ла ҡайғыртып йәшәйҙәр.
– Ете гектар майҙанды тәшкил иткән был ҡарағай үҫентеләре киләсәктә тирә-яғыбыҙҙы йәмләп ултырасаҡ, бынан тыш, юлдарға ҡы­шын һырынты һалмаһын өсөн буранға ҡаршы кәртә ролен дә үтәйәсәк, – тине өмәнең төп ойоштороусыһы, Маҡар урмансылығы хеҙмәткәре Әхмәт Лотфуллин.
Тирә-яҡты матурлау бер, бына ултыртаһы ағасты ҡайҙан табаһың бит әле. Был йәһәттән өмәселәргә ҡайғырырға түгел, үҫенте менән әлеге урмансылыҡ тәьмин итә.
– 22 гектар ерҙә питомнигыбыҙ бар, – ти Маҡар урмансылығы директоры Сәлим Хафизов. – Әйткәндәй, бер ҡарағай-шыршы ғына та­мырланмай унда, йүкә лә, туя ла, тирәк тә етер­лек. Хатта алма, груша һәм ҡарағат та үҫте­рәбеҙ. Ағасты ҡырҡып ҡына файҙа алып булмай бит, үҫтереп тә табыш килтерергә мөмкин. Киҫһәң – бер көнлөк тигәндәй, үҫтерһәң – мәңгелек.
Бер-ике йыл тигәндәй генә эшләүенә ҡара­маҫтан, урмансы Салауат Хафизов ҡурсалауын­дағы был питомник файҙаһын бирә башлаған да инде: үҫентеләр алырға республиканың төрлө төбәгенән киләләр, киләсәктә Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск юлынан үтеүселәр алма, груша һутын эсергә туҡталмаҫ тип кем әйтә ала. Тик табыш артынан ғына ҡыумай урмансылар, тирә-яҡты тотош йәшелләндерергә хыяллана, ошо йәһәттән ауыл Советтары менән хеҙмәт­тәшлек итә. Мәҫәлән, әлеге Көҙән ауыл Советына бушлай ун меңдән ашыу үҫенте тапшырылған. Байғужала иһә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары Ғәли Бирҙин һәм Тимербулат Халиҡовҡа бағыш­лап, 6,5 гектар ерҙә шыршы ултыртылған. Бындай егеттәр, бындай берҙәм халыҡ барҙа әлеге төбәктә бер киҫелгән ағас урынына өсәү ҡалҡып сығырына шик юҡ.





Вернуться назад