Хәҙер – көрәк менән, ҡышын – ҡалаҡ менән17.05.2016
Хәҙер – көрәк менән, ҡышын – ҡалаҡ менән Уҙған быуаттың 80-се йылдары. Колхоздар гөрләп тора, буш ятҡан баҫыуҙар юҡ. Хужалығыбыҙ ылау-ылау иген оҙатһа ла, бер заман икмәккә ҡытлыҡ башланды, магазинға он килтермәйҙәр. Күрше ауылда ике-өс түтәрәм әпәй өсөн сират торабыҙ, йыш ҡына етмәй ҡала. Шуға ла өйҙә төп ризыҡ булып картуф иҫәпләнде. Уны төрлөсә бешерә ине әсәйем: ҡурып та, иҙеп тә, итле фарш тултырып та. Йә иһә телде йоторлоҡ бәрәместәр әҙерләй. Үҙе:
– Әлдә картуф бар әле, – ти.
Уға өләсәйем ҡушыла:
– Һуғыш йылдарында аслыҡтан шул ҡотҡарҙы инде, хатта яҙын баҫыуҙа ҡалғанын йыйып, кәлйәмә бешереп ашай торғайныҡ.
Көҙөн тау-тау ошо йәшелсәне ҡаҙып алабыҙ, хатта баҙға һыйҙырып булмай. Әсәйем бер аҙын һатып, беҙҙең өҫ-башҡа кәрәк-яраҡ ала. Ул арала Урта Азиянан алыш-биреш итеү өсөн ҡарбуз, виноград тейәгән ылауҙар килеп етә...


Эйе, картуф әүәл-әүәлдән халҡы­быҙ­ҙың көнитмешендә төп ризыҡ һаналды. Үҙебеҙҙе генә түгел, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла тап ошо йәшелсә менән туйындырҙыҡ. Үкенескә ҡаршы, донъяла иң уңдырышлы ерҙәр менән дан тотһаҡ та, һуңғы йылдарҙа “икенсе икмәк”те үҫтереүҙән ситләшеп, сит илдәрҙән алыуға күнегеп киттек. Ниһайәт, иҡтисади көрсөк беҙҙе һиҫ­кәндереп ебәрҙе. Теләһәк, булдырабыҙ икән! Былтыр Рәсәйҙә картуф 1990 йылдағынан өс миллион тоннаға күберәк үҫтерелеп, мул уңыш менән ҡыуандырҙы.
Белгестәр ил халҡының картуфты икмәккә ҡарағанда күберәк ҡулланыуын билдәләй. Мәҫәлән, былтыр Рәсәйҙә 62 миллион тонна бойҙай үҫтерелһә, шуның яртыһы экспортҡа оҙатылған. Шул уҡ ваҡытта 33,6 миллион тонна картуф тулыһынса үҙебеҙҙә ҡалған. Әлбиттә, үҙ нәүбәтендә беҙ уны ла сит илгә һатабыҙ, әммә күп түгел. Мәҫәлән, былтыр игендән илгә 9,7 миллиард доллар табыш килһә, картуфтан – 45 миллион доллар. Тап шуға ла ниндәйҙер кимәлдә ул икмәктән дә мөһимерәк килеп сыға. Үткән йыл донъя­ла үҫтерелгән картуфтың һәр унынсы өлөшө Рәсәйгә тура килгән. Илдә “икенсе икмәк” ҡарабойҙайҙан – һигеҙ, кәбеҫтәнән – ун, кукуруздан өс тапҡырға күберәк етештерелә. Дөйөм алғанда, уның уңышы буйынса Ҡытайҙан, Һиндостандан ғына ҡалы­шып, өсөнсө урынды биләйбеҙ.
Хәҙер – көрәк менән, ҡышын – ҡалаҡ менәнЭксперттар Рәсәй халҡының рационында картуфтың өлөшө игендеке кеүек мөһим урын тотоуын билдәләй.
Илдә үҫтерелгән картуфтың дүрттән бер өлөшө генә һатыуға оҙатыла. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, былтыр етештерелгән 33,6 миллион тонна уңыштың магазин кәштәләренә ни бары 7,86 миллионы сығарылған. Ҡыҫҡаһы, дүрттән өс өлөшөн халыҡ шәхси хужалығында үҙе өсөн етештерә. Шулай помидор, ҡыяр, сөгөлдөр кеүек йәшелсәне һатһа ла, картуфты башлыса үҙендә ҡалдырыуҙы хуп күрә. Бының сәбәптәре лә бар. Һуңғы йылдарҙа илдә аҙыҡ-түлеккә хаҡ күҙгә күренеп артһа ла, “икенсе икмәк”теке үҙгәрешһеҙ ҡалды тигәндәй. Шуға ла халыҡ үҫтергәнен арзанға осорорға атлығып торманы.
Ҡыуанысҡа күрә, һуңғы йылдарҙа хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Хәҙер эре агросәнәғәт предприятиелары был төр культураны етештереүгә ныҡлап тотондо. Был аңлашыла: меңдәрсә тонна бүлбеләрҙән мул уңыш алырға мөмкин. Тәүге һөҙөмтәләр насар түгел. Беренсенән, инвесторҙарҙың йылы ҡарашы ҡыуандыра. Хатта бынан бер нисә йыл элек уларҙың “икенсе икмәк”те үҫтереүгә ярайһы ҙур сумма йәлеп итеүенә ышанғы килмәһә лә, бөгөн бындай проекттар өсөн хатта 1,5-2 миллиард һум аҡса күсерергә әҙерҙәре бар. Был үҙ нәүбәтендә Рәсәйҙең картуф баҫыуындағы уңышты һәм сифатты яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ни генә тимә, әлегә илебеҙ уңыш менән әллә ни маҡтана алмай. Мәҫәлән, Европала һәр гектарҙан 30 – 40-ар тонна уңыш алынһа, беҙҙә төбәгенә һәм тупраҡтың сифатына ҡарап 10 – 15 тоннанан артмай.
Тәме йәһәтенән бүтән илдәрҙекенән ҡалышмаһа ла, беҙҙең картуфты һаҡлауы ҡыйын. Эре агросәнәғәт ойошмаларында йылына миллион тонна самаһы ризыҡ әрәм була. Ә бит уның менән Европаның тиҫтәләрсә илен туйындырырға мөмкин.
Тағы бер бәлә – сорттарҙың иҫке­реүе. Бөгөн хатта эре хужалыҡтарҙа ла бер үк төрлө картуфты ултыртыуҙы дауам ит­әләр. Шуға ла селекцио­нерҙарҙан яңы өлгөләрҙе даими һатып ала барырға кәрәк. Был йәһәттән Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты директорының картуф хужалығы фәне буйынса урынбаҫары Б. Анисимов: ”Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең хужалыҡ­тарҙа яңы сорттарҙы һанлап бар­майҙар. Хатта баҫыуҙарҙа һаман “зәңгәр күҙ” сортын күпләп ултырталар. Ул күптән иҫкергән”, – ти.
Бынан тыш, йыш ҡына картуфтың иртә өлгөрә торғанын сәсәләр. Ул ҡышҡылыҡҡа тәмен юғалта, яҙға ҡәҙәр күп өлөшө әрәм-шәрәм була. Шуға ла үҙебеҙҙең келәттәр иртә бушай башлай. Һөҙөмтәлә Рәсәйгә Беларусь Республикаһынан, хатта Израилдән, Марокконан һатып алынғанын килтереп тултыралар.
Бәхеткә күрә, картуфтың табышлы шөғөл икәнлеген аңлаған сәнәғәт компанияларыбыҙ уларҙы ҡыҫырыҡлай башланы, уңышлы проекттар тормош­ҡа ашырыла. Тәүге һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, былтыр ҙур хужалыҡтарҙа уңыш гектарынан 20 тоннанан артып китте. Барыһынан бигерәк Брянск өлкәһендәге һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Бында илдә беренселәрҙән булып заманса иң ҙур һаҡлағыс файҙаланыуға тапшырылды.
Хәҙер картуф баҫыуҙары киңәйә. 2010 йылда барлыҡ эре хужалыҡтарҙа 17 мең гектар майҙанда үҫтерелһә, бөгөн Америка ҡунағы 207 мең гектар ерҙе биләй. Йәнә махсус комбайн­дарҙың күбәйеүе күҙәтелә. 2000 йыл урталарында улар бөтөнләй булмаһа, былтыр 820 дана эшләп сығарылған. Әгәр ҙә 20 – 30 гектарҙа ултыртаһың икән, әлбиттә, бындай техника алыу отошло.
Уңыш күп йәһәттән орлоҡтоң сифатына ла бәйле. Был юҫыҡта ла хәл яҡшыра. Белгестәр хужалыҡтарҙың “зәңгәр күҙ” сортынан күпләп баш тартыуын билдәләй. Баҡтиһәң, 1938 йылда был сорт туҡланыу өсөн түгел, ә крахмал сәнәғәте өсөн уйлап сығарылған. Әлбиттә, унда крахмал күп, әммә уны ҙур баҫыуҙарҙа үҫтереү ауыр, йәнә ул насар һаҡлана. Шуға ла селек­цио­нерҙар яңы “нева”, “удача”, “жуковский” сорттарына ҙур өмөт бағлай. Улар мул уңышы биреүе, Рәсәйҙең тәбиғәт шарттарына, тупраҡҡа яраҡлашыуы менән ҡулайлы, тәжрибә баҫыуҙарында гектарынан 250 центнерға тиклем уңыш биреүе билдәле.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала үҫтерелгән картуфтың 96 проценты шәхси ихаталарға тура килә. Йыл һайын ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) баҫыу­ҙарында 90 мең гектар майҙанда ошо йәшелсә ултыртыла. Былтыр төбәктә 1 миллион 133,5 мең тонна уңыш йыйылған.
Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар 3,1 мең гектарҙа “икенсе икмәк” үҫтерергә ниәтләй.




Вернуться назад