Башҡорт атын белмәгән һәм ҡымыҙын тәмләмәгән кеше һирәктер ул, моғайын. Бренд булараҡ та был ике төшөнсә күптән бөтә ил буйынса танылыу яулаған. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙы яҡлау һәм һаҡлау кәрәклеген Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та һәр саҡ билдәләп килә. Ә яҡлау һәм иғтибар булғас, һуңғы йылдарҙа күп кенә хужалыҡтар был тармаҡҡа йөҙө менән боролдо.
Бөгөн, ысынлап та, малсылыҡ менән бер рәттән йылҡысылыҡ тармағын да уңышлы алып барған хужалыҡтар республикабыҙҙа бихисап. Саҡмағош районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы — тап шундайҙарҙан. Бынан өс йыл элек ул табышлы һаналған тармаҡты үҙләштереп яңылышмай. Бында әле 173 башҡорт аты аҫрала. Йәмғиәт 119-сы Өфө йылҡысылыҡ заводы менән һәйбәт бәйләнеш булдырған.
– Быға тиклем һыйыр малы ғына аҫраныҡ, йылҡысылыҡҡа ниңәлер иғтибар итмәгәнбеҙ, – ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Булат Зарипов. – Тармаҡты артабан
киңерәк үҫтереп, тоҡомсолоҡ заводы итергә уйлайбыҙ, ә бының өсөн уңайлы шарттар етерлек. Хөкүмәт тарафынан яҡлау бар, аҡса яғынан да ярҙам көслө буласаҡ.
Хужалыҡтың йылҡыһын ике ат ҡараусы – Фәниф Шакиров менән Алик Мансуров ҡарай. Мал йәнле ағайҙар көнө-төнө ат араһында. Апрель — май айҙарында улар үрсем алырға йыйына. Былтыр иһә 32 ҡолон алып ҡыуанғандар. Киләсәктә был хужалыҡты завод итеп күрергә теләүсе етәкселәр бөгөн республиканың йылҡысылыҡ заводтары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Башҡорт аттары һанын күбәйтеү маҡсатында Баймаҡ районына барып ҡайтырға ла йыйыналар. Быйыл өйөр тағы ла 15 бейә менән тулыланырға тейеш.
Самат ҒӘЛИН
Саҡмағош районы.